Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНОВ ТОҠОМО

Просмотров: 406

РОМАНОВ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың шырт йөнлө, ит‑тун йүнәлешле тоҡомо. 18—19 бб. Ярославль губ. крәҫтиәндәре тарафынан тун сифаттары һәм үрсемлелек б‑са иң яҡшы булған урындағы төньяҡ ҡыҫҡа ҡойроҡло һарыҡтарҙы һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Исемен тәүге таралыу урынынан — Романов‑Борисоглебск өйәҙенән ала. Эре, ныҡлы һөлдәле мал. Башы ҙур түгел, оҙонса, кәүҙәһе йомро, мунда, арҡа һәм һигеҙгүҙ һыҙығы тура, аяҡтары көслө, төҙ. Тәкәләр һәм һарыҡтар мөгөҙлө һәм туҡал була. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 80—90 кг, һарыҡтарҙыҡы — яҡынса 50 кг. Йөн япмаһы ҡылдан һәм мамыҡтан тора (1:6—8), мамыҡ сүстәре ҡыл сүстәренән 20—40%‑ҡа оҙонораҡ, ҡыл йыуанлығы 65— 85 мкм, мамыҡтыҡы — 20—22 мкм. Яңы тыуған бәрәстәрҙең йөнө ҡара төҫтә, оло һарыҡтарҙыҡы — һоро (ҡылының төҫө ҡара, мамығы — аҡ). Ғәҙәттә, морононда һәм ҡолаҡтарында аҡ таптар була. Р.т. һарыҡтарын йылына 3 тапҡыр ҡырҡалар. Тәкәләрҙән 2,5—3,0 кг, һарыҡтарҙан 1,5—2,5 кг йөн ҡырҡып алына. Мал юғары үрсемлелек м‑н айырылып тора (үрсемлелеге 100 һарыҡҡа 230—250 бәрәс). Р.т. һарыҡтарынан алынған иләнгән тире донъяла иң яҡшыһы булып һанала, 5—6 айлыҡ йәш һарыҡтың иләнгән тиреһе иң юғары сифатҡа эйә. Башҡортостанға Р.т. һарыҡтары 20 б. 80‑се йй. башында “Россия” к‑зына килтерелгән (һаны 350 баш тәшкил иткән). Р.т. һарыҡтары башлыса Благовар, Благовещен, Ейәнсура, Туймазы, Учалы р‑ндарының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында үрсетелә.

Ш.Ғ.Усманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019