Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РОМАНС

Просмотров: 417

РОМАНС (исп. romance), тауыш өсөн музыка ҡоралына ҡушылып башҡарылған муз.‑шиғри әҫәр; камерный вокаль музыка жанры. Йырҙан Р. муз. формаларҙың күберәк булыуы, мотлаҡ музыка ҡоралына ҡушылып башҡарылыуы, текстың субъектив йөкмәткеле булыуы, индивидуаль образ кәүҙәләндерелеүе м‑н айырыла. Башҡортостанда Р. 20 б. 50—60‑сы йй. ныҡлап үҫеш ала. Оҙон көй, һалмаҡ көй, урыҫ классик Р. традициялары уның интонацион‑стилистик нигеҙен тәшкил итә. Саф Р. төрө С.Ә.Низаметдинов, Х.Ф.Әхмәтов ижадында урын алған. Дөйөм алғанда, башҡ. композиторҙары ижады өсөн ике жанрҙы ла берләштергән йыр‑Р. төрө хас: З.Ғ.Исмәғилевтең “Былбылым” (Я.Ҡолмой шиғырына), “Һағынырмын Уралтау буйҙарын” (Г.Х.Зәйнәшева шиғырына), “Урман шаулар” (Р.С.Назаров шиғырына); Ш.Бабич шиғырына Әхмәтовтың “Ал да нур сәс халҡыңа”; Н.Ғ.Сабитовтың “Ҡыр ҡаҙҙары” (М.Сөндөклө шиғырына), “Елдәр” (Р.Т.Бикбаев шиғырына), “Йырлай турғай” (Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына); Ш.Бикҡол шиғырына Р.Ә.Мортазиндың “Һалҡын шишмә” әҫәрҙәре. Башҡ. музыкаһында ш. уҡ Р. төрлө төрҙәре барлыҡҡа килә: пейзаж (“Төнгө Урал”, Ҡ.Даян шиғырына), элегия [“Һинең сәстәреңдең балҡыуын иҫләйем” — “Я помню сиянье твоих волос”, “Урыҫ лирикаһы” (“Русская лирика”) циклынан, С.А.Есенин шиғырына; икеһе лә — Әхмәтов], монолог (Н.Нәжми шиғырына Исмәғилевтең “Бер йылы һүҙ әйталманым һиңә”). 60‑сы йй. уртаһынан башҡ. композиторҙары Р. вокаль циклға берләштерә: Әхмәтовтың 12 вокаль циклы, М.Кәрим, Салауат Юлаев шиғырҙарына Исмәғилевтең, М.Кәрим шиғырына Сабитовтың “Күҙҙәреңә бағам” (“Гляжу в глаза”) циклдары; Н.С.Гумилёв, ғәрәп, ҡытай шағирҙары шиғырҙарына М.Х.Әхмәтовтың, Х.Ғиләжев, Р.Й.Ғарипов, Ш.Бикҡол, Н.Нәжми шиғырҙарына А.Х.Ғабдрахмановтың, М.Кәрим, Ғарипов, Ғ.Ғ.Шафиҡов шиғырҙарына Н.Ә.Дауытовтың, Ә.Ҡ.Атнабаев, С.Әлибай, Г.Рәхим шиғырҙарына А.М.Ҡобағошовтың, Бикбаев шиғырына С.Р.Сәлмәновтың, Ф.И.Тютчев, Ҡ.Даян шиғырҙарына А.Р.Сәлмәнованың, Ғарипов, Есенин, М.Кәрим шиғырҙарына Р.Х.Сәхәүетдинованың, халыҡ һүҙҙәренә, Ш.Әхмәмәтов шиғырҙарына Д.Д.Хәсәншиндең, япон шағирҙары шиғырҙарына С.Г.Шәһиәхмәтованың циклдары. 20 б. аҙ. башҡ. Р. поэзия һәм музыка нисбәте үҙгәрә: көйлө шиғыр жанры барлыҡҡа килә (Х.Ф.Әхмәтовтың “Аҡмулланың биш шиғыры” вокаль циклы), вокаль декламацияның төрлө алымдары ҡулланыла (Ш.Анаҡ шиғырына “Дүрт эпитафия” — “Четыре эпитафии”, Н.Г.Турбинаның шиғырҙарына “Ҡаралама” — “Черновик” циклы; икеһе лә — Низаметдинов). Р. башҡ. операларында ла бар: “Ағиҙел тулҡындары” операһында Гөлзифа Р., Низаметдиновтың “Мemento” операһында — Лермонтов Р.

Әҙәб.: Г а л и н а Г.С. Хусаин Ахметов. Уфа, 1994; е ё ж е. Загир Исмагилов. Уфа,__ 1997; К а р и м о в а С.Ю. Камерный вокальный цикл в творчестве башкирских композиторов. Уфа, 2010.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019