РУДЕНЧЕНКО Виталий Алексеевич
РУДЕНЧЕНКО Виталий Алексеевич (3.2.1940, Андижан ҡ. — 13.11. 1985, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1974; педагогы А.А.Мыльников) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Р. эштәре образдарҙың психологик тәрәнлеге, композицияның, төҫтәрҙең ныҡлы уйланғанлығы м‑н айырылып тора. Жанрлы картиналары башлыса быраулаусылар һәм нефть промыслалары эшселәренең көндәлек тормошона (“Арлан нефтселәре”, 1974), портреттары — хеҙмәт кешеләренә (“Нефтсе П.Р.Маннанов”, 1979) арналған. “Ауыл сите” (1983) пейзажы, “Зәңгәр таҫмалы ҡыҙ” (1980), “Ҡатыным портреты” (1984) лирик портреттары авторы. Монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләгән. Р. ҡайһы бер эштәре уның инициативаһы б‑са Краснокама р‑ны Әмзә ҡасабаһында ойошторолған картиналар галереяһына (1985) ҡуйыла. 1973 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Нефтекама (1977), Өфө (1986) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Эске эштәр министрлығы музейы, Ленин В.И. йорт-музейы, “Мираҫ” картиналар галереяһы (Нефтекама һәм Өфө; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары) коллекцияларында, “Арланнефть” НГДУ‑һында һаҡлана.
В.М.Сорокина
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова