Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РУСИНОВ Самуил Гецелевич

Просмотров: 620

РУСИНОВ Самуил Гецелевич (7.9. 1914, Борисов ҡ. — 30.12.2004, Өфө), йырсы (тенор). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1942). Минск консерваторияһында уҡыған (1937—38). 1936 й. алып Белоруссия хәрби округының Ҡыҙылармеецтар йыр һәм бейеү ансамбле, 1938—41 йй. Белоруссия радиокомитеты, 1942 й. — БДОБТ, бер үк ваҡытта Башҡ. филармонияһының муз.‑әҙәби лекторийы солисы, 1975—2000 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһының йырсы‑иллюстраторы.__ Киң диапазонлы тауыш, уникаль муз. хәтер, артислыҡ хас. 90‑дан ашыу партия башҡара, улар араһында Манрико (“Трубадур”, Дж.Верди), Ромео (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, Ш.Гуно), Шуйский (“Борис Годунов”, М.П.Мусоргский), Бомелий (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑ Корсаков), Садиҡ (“Шәүрә”), Шүлгән (“Аҡбуҙат”) һ.б. Бохайыр (“Салауат Юлаев”), Ғәйнулла (“Гөлзифа”,З.Ғ.Исмәғилев), Сиплый (“Оптимистик трагедия” — “Оптимистическая трагедия”, А.Н.Холминов; икеһе лә — 1967), Абдрахман (“Замандаштар”), Бонди (“Саламандраларға ҡаршы һуғыш” — “Война с саламандрами”, В.А.Успенский, 1968) партияларын тәүге башҡарыусы. Репертуарында башҡ., урыҫ, сит ил композиторҙарының камера-вокаль әҫәрҙәре, урыҫ һәм йәһүд халыҡ йырҙары. СССР‑ҙың халыҡ артистары С.Я.Лемешев, П.Г.Лисициан, Е.С.Мирошниченко, РСФСР‑ҙың атҡ. артистары И.И.Масленникова, Л.И.Масленникова, П.М.Норцов һ.б. м‑н сығыш яһай. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (Мәскәү, 1955) ҡатнаша. СССР буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз опера спектаклдәре смотры дипломанты (Өфө, 1967). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019