Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РУТТЕР Валерий Дмитриевич

Просмотров: 368

РУТТЕР Валерий Дмитриевич (21.1. 1924, Харьков ҡ. — 25.9.2010, Лейпциг ҡ.), дирижёр. БАССР‑ҙың (1969), Ҡаҙаҡ ССР‑ының (1978) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград консерваторияһын (1948, хәрби дирижёрлыҡ, И.М.Альтерман класы; 1959, музыка ғилеме, А.Н.Должанский класы, опера-симфоник дирижёрлыҡ бүлектәре, С.В.Ельцин класы) тамамлаған. 1948—53 йй. Төньяҡ флоттың Йыр һәм бейеү ансамбленең (Североморск ҡ.) художество етәксеһе, 1959 й. алып Силәбе опера һәм балет театры дирижёры, 1966 й. — БДОБТ‑ла баш дирижёр. 1969 й. башлап Фрунзе, Новосибирск, Свердловск, Ереван опера һәм балет театрҙарында эшләй, 1971 й. — Ҡаҙаҡ акад. опера һәм балет театрының (Алма‑Ата) баш дирижёры. 1997 й. алып Германияла йәшәй. Р. ижадына юғары профессионализм, художестволы зауыҡ, муз. әҫәрҙәрҙе ентекле һәм бар нескәлектә интерпретациялау хас. Репертуарында ватан һәм сит ил классикаһының, хәҙ. композиторҙарҙың 58 операһы һәм 30 балеты. Р. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Ю.С.Мейтустың “Ағалы‑ҡустылы Ульяновтар” (“Братья Ульяновы”), А.Н.Холминовтың “Оптимистик трагедия” (“Оптимистическая трагедия”; икеһе лә — 1967), В.А.Успенскийҙың “Саламандраларға ҡаршы һуғыш” (“Война с саламандрами”; 1968), “Дауыл” (1969; бөтәһе лә — БДОБТ‑ла) операларын ҡуя.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019