Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЫБАКОВ Сергей Гаврилович

Просмотров: 677

РЫБАКОВ Сергей Гаврилович (27.9.1867, Һамар ҡ. — 28.12.1921, Ригала ерләнгән), этнограф, фольклорсы. П.Г.Рыбаковтың ағаһы. Ырымбур губ. ғилми архив комиссияһы (1898; ҡара: Архив комиссиялары), Рус география йәмғиәте (1893—1901) ағзаһы. Историография, музыкаль этнография, тыуған яҡты өйрәнеү, фольклористика үҫешенә ҙур өлөш индерә. Фәнни хеҙмәттәре РСФСР халыҡтарының муз. фольклорын өйрәнеүгә, музыка белеме биреү мәсьәләләренә арналған. Урал‑Волга төбәге, ш. иҫ. Башҡортостан (1893, 1894, 1896) буйлап этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша, уларҙың һөҙөмтәләрен “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабына индерә. 1899 й. 90 төрөкмән, тажик, йәһүд һәм урыҫ халыҡ йырҙарын фонографҡа яҙып ала. Турғай өлкәһендә крәҫтиәндәр нач. вазифаһын башҡарғанда (1902—08) 100‑гә яҡын ҡырғыҙ халыҡ йырын туплай. Мәҡәләләр, ш. иҫ. башҡорттарҙың муз. фольклоры, муз. әҫәрҙәре т‑да, тауыш һәм фп., хор өсөн башҡорт, татар, урыҫ халыҡ музыкаһы эшкәртмәләре авторы. Р. исеме м‑н Сибай ҡ. урам аталған.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992; Фоменков М.П. Очерки истории развития хорового искусства Башкортостана. Уфа, 2001.

Л.К.Сәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019