Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЫКИН Роман Владимирович

Просмотров: 436

РЫКИН Роман Владимирович (11.10.1974, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ артисы (1993). Өфө хореография уч‑щеһын тамамлаған (1993; педагогы Ш.Ә.Тереғолов). 1991 й. алып БДОБТ солисы. 1994 й. башлап Англия милли балетында, 1996 й. — “San-Francisco Ballet”, 2003 й. — “Boston Ballet Company” (икеһе лә — АҠШ) труппаларында эшләй. Лирик-романтик пландағы классик бейеүсе. Р. сәнғәте виртуоз техника, һоҡланғыс бейек һикереү, музыкаллек һәм саф башҡарыу оҫталығы м‑н айырылып тора. Төп партиялары: Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский; дебют, 1993), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Үҫмер (“Шопениана”), Йомағол (“Сыңрау торна”), Базиль (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус) һ.б. Концерт репертуарында Ю.А.Симакин музыкаһына А.Босовтың “Өс кәрт” (“Три карты”), С.В.Рахманинов, М.П.Мусоргский музыкаһына В.Усмановтың “Элегия” һәм “Гном” хореографик миниатюралары; Дж. Баланчин, Х.Томассон, Х. ван Манен һ.б. постановкалары. “Терпсихора байрамы” (“Праздник Терпсихоры”; Баҡы, 1991) Бөтә Союз балет артистары конкурсы, “Арабеск” (Пермь ҡ., 1992), Лозанна (Швейцария, 1993), Будапешт (1994), Джексон (АҠШ, 1995) ҡҡ. үткәрелгән халыҡ‑ара балет артистары конкурстары лауреаты; С.П.Дягилев ис. Халыҡ-ара йәш балет артистары конкурсы (1992, Мәскәү) дипломанты.

Р.Ғ.Латипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019