Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБИТОВ Альберт Миҙхәт улы

Просмотров: 645

САБИТОВ Альберт Миҙхәт улы (18.10.1936, ТАССР‑ҙың Ҡарғалы а.), селекционер. А.х. ф. канд. (1982). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1987). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1960) Мәләүез р‑нының “Подлесный” к‑зы агрономы, 1962—63 йй. Саҡмағош р‑нының “Победа” һәм “Правда” к‑здарында өлкән агроном. 1966—2011 йй. БНИИСХ‑ның Шишмә тәж.‑производство хужалығында: 1976 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1986 й. — лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡарабойҙай селекцияһына һәм орлоҡсолоғона арналған. С. тарафынан ҡарабойҙайҙың Агидель, Башкирская красностебельная, Дёмская, Землячка, Илишевская, Инзерская, Чишминская, Уфимская сорттары сығарыла. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. С.А.Ҡунаҡбаев ис. пр. лауреаты (2001).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019