Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБИТОВ Илдар Нариман улы

Просмотров: 681

САБИТОВ Илдар Нариман улы (15.10.1953, Өфө), архитектор. РФ‑тың атҡ. (2004) һәм почётлы (2002) архитекторы. Н.Ғ.Сабитовтың улы. Архитекторҙар союзы ағзаһы (1981). Архитектура ғилеме канд. (1988), проф. (2009). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1977) “Башкиргражданпроект” ин‑тының архитекторы, архитекторҙар төркөмө етәксеһе, 1980 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта, 1988 й. — архитектура каф. мөдире. 60‑тан ашыу, ш. иҫ. Өфөнөң Совет р‑ны хакимиәте бинаһы (1978), Дим р‑нында күп ҡатлы торлаҡ йорттар (1979), ш. уҡ БР‑ҙа һәм РФ‑та йәмәғәт һәм дини ҡоролмалар (20‑нән ашыу мәсет) проекттары авторы. Фәнни эшмәкәрлеге архитектура һәм ҡала төҙөлөшөнөң хәҙ. заман мәсьәләләрен өйрәнеүгә бәйле. 70‑тән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәттәр авторы.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019