Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБИТОВ Нариман Ғиләж (Ғиләжетдин) улы

Просмотров: 545

САБИТОВ Нариман Ғиләж (Ғиләжетдин) улы (11.1.1925, Ҡазан — 9.6.1971, Севастополь ҡ., Өфөлә ерләнгән), комп., дирижёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1961). Композиторҙар союзы ағзаһы (1951). 1944— 48 йй. Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһында уҡыған (В.А.Белый класы). Мәскәү консерваторияһының композиция (1953; А.Н.Александров) һәм симфоник дирижёрлыҡ итеү (И.Д.Дружинин) кластарын тамамлаған. 1954 й. алып БДОБТ‑ның баш дирижёры (1960— 69 йй. дирижёр). Башҡортостандың тәүге проф. композиторҙарының береһе; театр, симфоник, камерный‑вокаль, ансамбль һәм хор музыкаһы үҫешенә ҙур өлөш индерә. С. ижадына темаларҙың күп төрлөлөгө, башҡ. һәм татар музыка фольклорына мөрәжәғәт итеп, композицияның классик һәм заманса алымдары м‑н берләштереү, лирик‑патетик башланғыстың өҫтөнлөк итеүе хас. Ижадында балеттар төп урынды биләп тора: “Гөлнәзирә”, “Тау бөркөтө”, “Яратам һине, тормош”, “Айгөл иле”. Тәүге башҡ. концерттарының авторы: скрипка м‑н оркестр өсөн (1951, 1959, 1965), фп. м‑н оркестр өсөн (1958). Әҫәрҙәре араһында “Героик поэма” (“Героическая поэма”; 1950), “Һунар” (“Охота”; 1955), “Яулыҡ тураһында поэма” (“Поэма о платке”; 1961; бөтәһе лә — симфоник оркестр өсөн) картиналары, Ғ.Й.Рамаҙанов шиғырына “Үлемһеҙлек” (1952) кантатаһы һ.б. Балалар музыкаһы әҫәрҙәре тәьҫирлеге, сағыу образлылығы м‑н айырылып тора: “Буратино” [1960, А.Н. Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”) повесы б‑са], “Мурзилка‑космонавт” (1963; икеһе лә — үҙенең либреттоһы) балеттары, “Мыйыҡһыҙ тылсымсы” (“Безусый волшебник”; 1967, С.В.Волков‑Кривуша м‑н авторҙашлыҡтағы либреттоһы) операһы, фп. өсөн 4 полифоник миниатюра (1951), “Балалар альбомы” (“Детский альбом”; 1969) фп. пьесалары циклы, инструменталь пьесалар, хор әҫәрҙәре. С. вокаль музыкаһына моңлолоҡ, аһәңлелек хас: 200‑ҙән ашыу йыр һәм романс, башҡ. һәм татар шағирҙарының шиғырҙарына вокаль һәм хор циклдары, башҡ. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре. С. дирижёрлыҡ манераһы тотанаҡлыҡ һәм аныҡ хәрәкәттәр м‑н айырыла. Репертуарында 30‑ҙан ашыу спектакль, улар араһында Н.А.Римский‑Корсаковтың “Батша кәләше” (“Царская невеста”), Дж.Вердиҙың “Трубадур”, Ж.Бизеның “Кармен”, “Аҡбуҙат”, “Замандаштар” опералары, Ч.Пуньиҙың “Эсмеральда”, Л.Делибтың “Лакме”, А.П.Петровтың “Өмөт яры” (“Берег надежды”) һәм үҙенең балеттары. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. (1972), Ғ.Сәләм ис. (1968) пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955, 1971), “Почёт Билдәһе” (1969) орд. м‑н бүләкләнгән. С. исеме музыка мәктәбе №1 бирелгән. Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. 1995 й. Н.Сабитов ис. Халыҡ‑ара башҡарыусы‑музыканттар конкурсы булдырыла (Өфө).

Әҙәб.: Б и к ч е н т а е в А.Г. Нариман Сабитов. Уфа, 1975; А х м е т о в а Г.Х. Нариман Сабитов: камерно‑вокальное творчество. Уфа, 1982.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019