Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САВЕНКО Фёдор Калиникович

Просмотров: 420

САВЕНКО Фёдор Калиникович [11.8. 1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кохновка а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 26.1.1987, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932— 41 йй. Өфө р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1944 й. алып Өфө р‑нының Бейғол а/с рәйесе, 1945 й. — ВКП(б) район ком‑тының хәрби бүлеге мөдире, 1947 й. — “Маяҡ” к‑зы, 1954 й. — Т.Г.Шевченко ис. к‑з, 1959 й. — “Рәсәй” к‑зы рәйесе. 1963 й. башлап Иглин р‑нында: И.В.Мичурин ис. к‑з, 1973— 84 йй. Иглин а/с рәйесе. С. етәкс. хужалыҡтар үҫемлекселек һәм малсылыҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культуралары һәм йәшелсә культураларының уңдырышлылығы күтәрелгән; һөттөң тулайым һауымы 104,9 т (1953) 249,0 т тиклем (1959) артҡан. Ленин (1952, 1957), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019