Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САДИҠОВ Фәрит Шәмсетдин улы

Просмотров: 460

САДИҠОВ Фәрит Шәмсетдин улы [15.9.1927, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 12.12.1987, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). 1941 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының М.В.Фрунзе ис. к‑зында эшләй: 1947 й. башлап тракторсы, 1959 й. — механизацияланған звено етәксеһе. С. звеноһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: шәкәр сөгөлдөрөнөң уңдырышлылығы 318 ц/га тәшкил иткән (1971—73). Ленин (1973), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән. С. исеме м‑н Ибраһим а. урам аталған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019