Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“САЛАУАТ”, оҙон көй

Просмотров: 466

“САЛАУАТ”, башҡ. халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр 1937 й. Л.Н.Лебединский Б.М.Мәһәҙиеванан яҙып ала һәм “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтыра. Варианттарын З.Ғ.Исмәғилев, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Лиро‑эпик характерҙағы йыр. Унда Салауат Юлаевҡа дан йырлана һәм батша, баярҙар, завод хужалары, башҡ. байҙары һәм мырҙалары фаш ителә. Көй варианттары өсөн орнаментиканан ситкә китеү, өс тауышлы аккорд тауыштары б‑са мелодик хәрәкәт итеү, кварта һәм ярым тон интонацияларының күп булыуы, диатоникалыҡ, лад алмашыныуы хас. Башҡарыусылар араһында В.М.Мостафин, Ғ.С.Әлмөхәмәтов. Проф. музыкала “С.” етеҙ темпта башҡарылып, героик яңғырашҡа күтәрелә. Йырҙың көйө Н.К.Чемберджиҙың “Ҡарлуғас”, М.В.Ковалдең “Емельян Пугачёв”, “Салауат Юлаев” операларында, “Тау бөркөтө” балетында, Д.Д.Хәсәншиндең башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн симфонияһында, А.С.Ключарёвтың ш. уҡ исемле симфоник поэмаһында, З.Л.Компанеецтың “Башҡорт сюитаһы” нда (“Башкирская сюита”), Б.Бикбайҙың ш. уҡ ис. пьесаһы б‑са спектаклгә Х.Ф.Әхмәтовтың, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы б‑са спектаклгә Исмәғилевтең музыкаһында, “Ике башҡорт халыҡ темаһына увертюра”һында ҡулланылған. Йырҙың тәүге строфалары Башҡ. радиоһының муз. сигналы сифатында уйнатыла.

Әҙәб.: С ө л ә й м ә н о в Р. Башҡорт халыҡ музыка сәнғәте. 1‑се т. Эпик йырҙар һәм көйҙәр. Өфө, 2001; Г а л и н а Г.С. Башкирская народная музыка. Уфа, 2013.

Г.С.Галина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Ноталар

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019