Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛТЫКОВ Иван Васильевич

Просмотров: 387

САЛТЫКОВ Иван Васильевич (1897, Һарытау губ. — 1986 й. майы, Апрелевка ҡ.), музыка белгесе, фольклорсы, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Һарытау консерваторияһын тамамлаған (1916; Г.Э.Конюс һәм М.И.Солтанов класы). 1919 й. алып Өфөлә: Губ. сәйәси‑ағартыу ком‑тының музыка секцияһы мөдире, 1922 й. башлап Башҡ. сәнғәт техникумы дир., 1932 й. — Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑ның сәнғәт ғилеме бүлеге етәксеһе, муз. этнография кабинеты мөдире. 1937 й. репрессиялана. Аҡланғандан һуң (1957) Апрелевкала йәшәй һәм эшләй. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып С.В.Рахманиновтың “Алеко” һ .м Р.Леонкаваллоның“Мә .әкселәр” (“Паяцы”) операларын ҡуйыусы һәм дирижёры (икеһе лә — 1929, Хеҙмәт һәм Сәнғәт һарайы; ҡара: Аксаков халыҡ йорто). Тауыш һәм фп., солист, хор һәм симфоник оркестр өсөн 20‑нән ашыу башҡ. халыҡ йыры (“Ирәндек”, “Ҡаһарман кантон”, “Таштуғай”, “Салауат” һ.б.), “Башҡорт туйы” спектакленә башҡ. халыҡ музыкаһы эшкәртмәләре авторы; “Башланғыс мәктәп өсөн музыканан программа” (1933; С.Ғәбәши һәм Х.К.Ибраһимов м‑н берлектә) төҙөүсеһе. С. башҡ. муз. фольклорының байтаҡ өлгөләрен яҙып алған һәм нотаға һалған, шуларҙан 88 йыр һәм инструменталь көй “Башҡорт көйҙәре” (“Башкирские мелодии”; 1920 йй. аҙ.) исемле ҡулъяҙма йыйынтығына ингән. Сәнғәт училищеһын ойоштороусыларҙың береһе һәм тәүге дир., училище эргәһендәге урыҫ хорын, симфоник оркестрҙы, Музыка мәктәбе №1 эргәһендәге татар‑башҡ. хорын, ш. уҡ Башҡортостан һәм Силәбе өлк. буйлап фольклор экспедицияларын (1929—31) ойоштороусы һәм етәксеһе, уларҙың материалдары “Башҡорт халыҡ йырҙарының тарихы һәм анализы” (“История и ана‑ лиз башкирских народных песен”) хеҙмәтенә инә. А.С.Ключарёв, К.Й.Рәхимов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы (1925). Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте эргәһендәге сәнғәт ғилеме секцияһы рәйесе (1928—32).

Х е ҙ м.: Башкирские народные песни // Материалы и исследования по фольклору Башкирии и Урала. Уфа, 1974. Вып.1.

Әҙәб.: А т а н о в а Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992; Е р г и н Ю.В. И.В. Салтыков — первый директор Уфимского музыкального техникума: к 120‑летию со дня рождения //Педагогический журнал Башкортостана, 2013, №5 (48); С а л ь м а н о в а Л.К. Основоположник башкирской национальной этнографии //Башкортостан в XX столетии. Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН, 2010.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019