Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТТАРОВ Ғәлләм Саттар улы

Просмотров: 396

САТТАРОВ Ғәлләм Саттар улы (27.7. 1894, Ҡазан губ. Юрташ а. — 16.11. 1986, Ленинград), актёр. БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1943). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Үҙәк театр сәнғәте техникумын тамамлаған  (“Отелло”,__(Мәскәү, 1927). 1913 й. алып төрлө үҙешмәкәр театр труппалары спектаклдәрендә ҡатнаша, 1917—20 йй. “Фажиғә вә мөсәккин ислямия” (“Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы”; ҡара: “Сәйяр”) труппаһы, Өфө дәүләт үрнәк татар‑башҡ. театры (ҡара: Үрнәк татар‑башҡорт театры), Мәскәү, Петроград театрҙары актёры. 1929—63 йй. БАДТ актёры (1930— 32 йй. дир.), бер үк ваҡытта 1929— 53 йй. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыта, 1952 й. Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе. Башҡортостанда тәүге проф. артистарҙың береһе. 500‑гә яҡын роль уйнаған. Соц. характеристикаларҙың дөрөҫлөгө, тышҡы кәүҙәләнештең баҙыҡлығы м‑н айырылып торған образдар ижад иткән: Ляпкин‑Тяпкин (“Тикшереүсе” — “Ревизор”), Жевакин (“Өйләнеү” — “Женитьба”; икеһе лә — Н.В.Гоголь), Гаврило (“Бирнәһеҙ ҡыҙ” — “Бесприданница”), Дудукин (“Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” — “Без вины виноватые”; икеһе лә — А.Н.Островский), Әлекәй (“Һаҡмар”, С.М.Мифтахов). Байтаҡ концерттар авторы һәм конферансьеһы. Уҡыусылары араһында Ғ.А.Арыҫланов, З.Ш.Арыҫланова, Ф.Ғ.Ғәләүетдинов, Р.М.Ихсанов. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1955).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019