Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТТАРОВ Фәүзи Миңлемулла улы

Просмотров: 379

САТТАРОВ Фәүзи Миңлемулла улы (5.8.1923, Өфө — 28.7.1996, шунда уҡ), балет артисы, балетмейстер. РСФСР‑ҙың (1955) һәм БАССР‑ҙың (1952) атҡ. артисы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1941; педагогы А.И.Пушкин) БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1950— 64 йй. балет студияһы уҡытыусыһы, 1967—76 йй. баш балетмейстер, 1981—88 йй. балетмейстер‑ҡуйыусы. Тәүге башҡ. проф. бейеүселәренең береһе. Психологик тәрәнлек, ихлас хистәр, эске темперамент м‑н айырылып торған лирик‑драматик ролдәрбашҡарыусы. Уға сағыу тышҡы ҡиәфәт, һөйкөмлөлөк, стилде тәрән аңлау хас, дуэттарҙа оҫта бейей. Төп партиялары: Вацлав (“Баҡсаһарай фонтаны” — “Бахчисарайский фонтан”, Б.В.Асафьев, дебют; 1945), Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”, П.И.Чайковский), Альберт (“Жизель”, А.Адан), Ромео (“Ромео һәм Джульетта” — “Ромео и Джульетта”, С.С.Прокофьев), Йомағол (“Сыңрау торна”) һ.б. Фрондосо (“Лауренсия”, А.А.Крейн), Ленни (“Йәшенле һуҡмаҡтан” — “Тропою грома”, К.А.Караев), Салауат (“Тау бөркөтө”), Тимерғол (“Тау риүәйәте” — “Горная быль”, А.С.Ключарёв), Закир (“Ҡара йөҙҙәр” — “Черноликие”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев) партияларын тәүге башҡарыусы. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР һәм донъяның 18 иле буйлап гастролдәрҙә була. Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; 1945, 1970), Н.Ғ.Йыһановтың “Зөһрә” (“Зюгра”; Ф.Ә.Ғәскәров м‑н берлектә, 1946), Ф.З.Яруллиндың “Шүрәле” (“Шурале”; 1969) балеттарын, С.В. Рахманинов музыкаһына “Элегия” хореографик миниатюраһын (С.В.Дречин м‑н берлектә), операларҙа, муз. комедияларҙа, оперетталарҙа бейеүҙәр ҡуйған.

Әҙәб.: С а и т о в С. Танец ликующий. Уфа, 1968; Ж и л е н к о Н. О чём этих линий полёт, неужто он тоже не вечен? // Гран‑па башкирского балета. Уфа, 2007.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019