Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТЫЕВ Барый Хәбиб улы

Просмотров: 331

САТЫЕВ Барый Хәбиб улы (19.10. 1937, БАССР‑ҙың Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкә а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1989), проф. (2006). БАХИ‑ны тамамлаған (1963). 1956 й. алып Шишмә р‑нында эшләй: 1958 й. тиклем район ветеринария дауаханаһы, 1963 й. башлап “Смычка” с‑зы зоотехнигы, 1964 й. — Өфө колхоз‑совхоз производство идаралығы инспектор‑ойоштороусыһы. 1965—78 йй. һәм 1984 й. алып БНИИСХ‑ла: 1984 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1996 й. — лаб. мөдире, 2000 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 1978— 83 йй. Бөтә Рәсәй тоҡомсолоҡ эше ҒТИ‑ның (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре ит етештереү йүнәлешендәге йылҡысылыҡ проблемаларына арналған. С. тарафынан урындағы ат тоҡомдарының продуктив сифаттарын яҡшыртыу ысулдары, балалар һәм диетик аҙыҡ өсөн экологик яҡтан хәүефһеҙ йылҡы ите етештереү технологияһы эшләнә. Ит йүнәлешендәге “Учалы” башҡорт атын сығара. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. БР Йылҡысылыҡ, йылҡы заводы һәм ат спорты ассоциацияһы президенты (1993 й. алып).

Х е ҙ м.: Табунное коневодство. Уфа, 1985 (авторҙ.); Башкирская лошадь. Уфа, 1988 (авторҙ.); Коневодство Башкортостана. Уфа, 2001 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019