Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФ МЕНГЕ ТОҠОМ

Просмотров: 388

САФ МЕНГЕ ТОҠОМ а т т а р ы. 17 б. аҙ. — 18 б. башында Бөйөк Британияла көнсығыш тоҡомло иң яҡшы айғырҙар м‑н урындағы менге һәм көнсығыш тоҡомло бейәләрҙе ҡасырып, тоҡом яңыртыу ысулы ярҙамында сығарылған. Таҙа тоҡом ысулы м‑н камиллаштырылған. Донъя фондында 20 нәҫел ебе бар. Рәсәйгә 18 б. аҙ. индерелгән. Эре, килешле төҙөлөшлө, ныҡлы һөйәкле һәм яҡшы үҫешкән мускулатуралы хайуан. Башы уртаса ҙурлыҡта, еңел, тура профилле. Муйыны тура, бейек ултыртылған, мундаһы бейек һәм оҙон, арҡаһы ҡыҫҡа һәм төҙ, осаһы оҙон__түгел, бер аҙ түбәнәйеүсән. Аяҡтары оҙон, быуындары һәм тарамыштары яҡшы үҫешкән, ғәҙәттә, дөрөҫ ҡуйылған, тайышлыҡ, козинец осрай. Ялы һәм ҡойроғо уртаса ҡуйылыҡта. Уртаса үлсәмдәре (см): мундаһының бейеклеге 155—170, күкрәк әйләнәһе 182—186, енсек әйләнәһе 19—20. Иң күп таралған төҫтәре: туры, ҡара туры, ерән, һирәгерәк һоро һәм ҡара. Тиҙ өлгөрөүе, түбән тоҡомло булыуы м‑н айырыла. С.м.т. аттары ат спортында, менге һәм йөк тоҡомдарын яҡшыртыу өсөн ҡулланыла. Йылдамлыҡ рекордтары: 1000 м — 53 с, 2400 м — 2 мин 22 с. Башҡортостанға С.м.т. аттары 20 б. 50‑се йй. индерелә башлай — яҡынса 230 ат (2010). Төп өлөшө “Аҡбуҙат” ипподромында, Благовар р‑ны «“Мир” агрофирмаһы», Краснокама р‑ны “Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығы” ЯСЙ‑ларында, Илеш р‑ны “Манчар” АХПК‑нда, Учалы р‑ны “Маяҡ” крәҫтиән (фермер) хужалығында, Йәрмәкәй р‑ны “Родина” АХП ЯСЙ‑нда, “Толпар” ат спорты комплексында, “Өфө” ат заводы аҙбарында һ.б. аҫрала.

В.В.Иҙиәтуллина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019