Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИНА Миңлеғаян Миңлеәхмәт ҡыҙы

Просмотров: 679

САФИНА Миңлеғаян Миңлеәхмәт ҡыҙы (2.7.1951, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Абзай а.), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актриса. БР‑ҙың халыҡ (1999), БАССР‑ҙың атҡ. (1987) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1980). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1974; К.Ф.Ғәҙелшин курсы) Башҡ. ҡурсаҡ театры актрисаһы. Сәхнә амплуаһы б‑са башлыса актриса‑травести: Салауат (“Бөркөт балаһы ҡанат йәйә”, А.С.Фәтҡуллин), принц Жак (“Итекле бесәй” — “Кот в сапогах”, М.Алтухов, Ш.Перроның ш. уҡ исемле әкиәте б‑са), Нуретдин (“Алтын ҡуллы Нуретдин” — “Нуретдин — золотые руки”, Г.Абакаров), Илсур, Мансур (“Әлдермештән Әлмәндәр”, Т.Ғ.Миңнуллин), Шәйхәттәр (“Хыял күпере”, М.Кәримдең “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” повесы б‑са). Батша ҡыҙы Будур ролен (“Аладдиндың серле лампаһы” — “Волшебная лампа Аладдина”, Н.В.Гернет), оҫта башҡарыуы м‑н айырыла.

Ф.Ә.Әлибаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019