САФИУЛЛИН Ғиндулла Ғиззәтулла улы
САФИУЛЛИН Ғиндулла Ғиззәтулла улы (7.5.1933, БАССР‑ҙың Дәүләкән районы Волга ҡсб, хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Волга а., — 30.9.2016, Дәүләкән ҡ., шул уҡ райондың Ташлы-Шәрип а. ерләнгән), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). БАССР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966). 1948—97 йй. Дәүләкән районында эшләй: Суйынсы МТС‑ы тракторсыһы, 1961 й. алып В.И.Ленин исемендәге АХПК‑ла (1969 й. тиклем, 1973 й. һәм 1983—85 йй. тракторсы, 1969—72 йй. һәм 1974—80 йй. комбайнсы, 1981—82 йй. машина‑трактор оҫтаханалары мөдире, 1986—89 йй. һәм 1995 й. башлап көйләүсе мастер, 1990—92 йй. баш инженер). С. юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән: уның тарафынан 1978 й. пландағы 318 га урынына 652 га майҙандан иген культуралары урып алынған, игендең төшөмө 1752,3 т тәшкил иткән. Ленин (1973, 1979), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) ордендары менән бүләкләнгән.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина