Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИУЛЛИН Әбелхәйер Ҡасим улы

Просмотров: 623

САФИУЛЛИН Әбелхәйер Ҡасим улы (15.8.1943, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Ҡаратәкә а.), режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2003). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1991). Респ. мәҙәни‑ағартыу уч‑щеһын (Стәрлетамаҡ ҡ., 1969; Ғ.Х.Хәбибуллин курсы), ӨДСИ‑не (1977; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлаған. 1976 й. алып БАДТ‑ның постановкалар бүлеге мөдире, 1980 й. — Сибай драма театры реж., 1982—89 йй. ӨДСИ‑нең художество‑постановкалар бүлеге мөдире, 1990—94 йй. уҡыу театры дир., 1989—90 йй. һәм 1997 й. башлап Өфө “Нур” татар театрының, 1994—96 йй. Туймазы татар драма театрының баш режиссёры. С. ижади алымының нигеҙе — образдарҙы аналитик ҡараштан сығып кәүҙәләндереү. Башлыса трагикомедияларға һәм спектакль‑ғибрәтле хикәйәгә мөрәжәғәт итә. “Нур” театрын ойоштороусыларҙың береһе, ижади__ҡаҙаныштарының күпселеге ошо театрға бәйле: Аманулланың “Имәнес зат”, К.Ғ.Тинчуриндың “Наҙлы кейәү”, “Ғәлиәбаныу”, Ф.М.Биғәшевтең “Ябалаҡ боролошонда” һ.б. спектаклдәр. А.М.Ғиләжевтең “Өс аршин ер”, М.А.Ғиләжевтең “Бисура” пьесаһы б‑са “Төш күреүҙәр”, А.К. Кәшфуллиндың “Көршәксе серҙәре” спектаклдәре тәрән фәлс. дөйөмләштереү м‑н айырылып тора. Сибай башҡорт драма театрында — “Ҡырҙарым, туғайҙарым” (Т.Ғ.Миңнуллин), “Иртәгә үләм” (И.Ә.Абдуллин); Туймазы татар драма театрында Ф.Г. Яруллиндың “Тормош ағасы”, Д. Киноситаның “Торна ҡауырһындары” (“Журавлиные перья”), А.П.Чеховтың “Ваня ағай” (“Дядя Ваня”; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. спектаклдәр ҡуя.

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019