Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САХНО Зинаида Андреевна

Просмотров: 532

САХНО Зинаида Андреевна (18.9. 1938, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Николаевка а. — 7.2.2008, Өфө), театр рәссамы. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1977), Рәссамдар союзы (1980) ағзаһы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1960; М.М.Цинман класы) Октябрьский ҡ. 1‑се музыка мәктәбендә, 1964 й. алып БАССР‑ҙың Хор йәмғиәтендә уҡыта, 1968 й. — Башҡ. ҡурсаҡ театры рәссамы, бер үк ваҡытта 1978—80 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта, 1980—95 йй. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте мәҙәниәт һарайының (бөтәһе лә — Өфө) биҙәүсе рәссамы. Ҡурсаҡ театрында 20‑гә яҡын, ш. иҫ. Е.Я.Тараховскаяның “Суртан әмере буйынса” (“По щучьему велению”), Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Өс итек таҙартыусы”, Г.Д.Усач һәм Е.П.Чеповецкийҙың “Мин — себеш, һин — себеш” (“Я — цыплёнок, ты — цыплёнок”) спектаклдәрен биҙәгән, ҡурсаҡтар авторы. Традицион пластика сиктәренән сыҡмайынса, һөйкөмлө образдар ижад итә, ҡурсаҡтарына йомшаҡ, үҙенсәлекле формалар хас (“Айыу- маймыл”, С.В.Волков‑Кривуша). Тәүҙәрәк персонаждары ҡиәфәтендә киҫкен һыҙаттар өҫтөнлөк ала, һуңынан образдарҙы киңерәк трактовкалауға мөмкинлек биргән дөйөмләштереүҙәргә өлгәшә (“Тере һыу”, А.С. Фәтҡуллин). Экспозиция, интерьер өсөн сувенир ҡурсаҡтар, ш. иҫ. “Көнсығыш әкиәте” (1987), “Инесса‑клоунесса” (1992; ҡара: Нәфис ҡурсаҡ сәнғәте), авторы. Шулай уҡ уникаль графика өлкәһендә эшләгән: “Ҡурсаҡ циркы”, “Ҡурсаҡтар донъяһы”, “Х.К.Андерсен әкиәттәре буйынса” сериялары (бөтәһе лә — 1980 йй. уртаһы; ҡағыҙ, тушь, ҡауырһын). 1971 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәһе — Өфө (1975). Эштәре Башҡ. ҡурсаҡ театры, Бөтә Рәсәй биҙәү-ҡулланма һәм халыҡ сәнғәте, С.В. Образцов ис. Үҙәк акад. ҡурсаҡ театры музейҙары (икеһе лә — Мәскәү), Удмурт ҡурсаҡ театры (Ижевск), Хабаровск тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно‑прикладное искусство Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019