Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СВИРИДОВ Георгий (Юрий) Васильевич

Просмотров: 368

СВИРИДОВ Георгий (Юрий) Васильевич (3.12.1915, Курск губ. Фатеж ҡ. — 6.1.1998, Мәскәү), композитор. СССР‑ҙың халыҡ артисы (1970). Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). Ленинград консерваторияһын тамамлаған (1941; Д.Д.Шостакович класы). 1941 й. авг. — 1942 й. февр. Һауанан күҙәтеү, хәбәр итеү һәм элемтә хәрби училищеһы курсанты. 1962—74 йй. СССР Композиторҙар союзы идараһы секретары, бер үк ваҡытта 1968—73 йй. РСФСР Композиторҙар союзы идараһының 1‑се секретары. Тауыш, хор һәм оркестр өсөн “Патетик оратория” (“Патетическая оратория”, 1959), “Курск йырҙары” (“Курские песни”, 1964) әҫәрҙәре, оркестр өсөн “Ваҡыт, алға!” (“Время, вперёд!”, 1965) сюитаһы һ.б. авторы. Сталин (1946), Ленин (1960), СССР‑ҙың Дәүләт (1968, 1980) пр. лауреаты. 2002 й. алып БР‑ҙа Милли Свиридов фонды (ҡара: Йәмәғәт фонды), Аксаков фонды һәм Башҡортостан урыҫтары соборы ярҙамында Свиридов көндәре үткәрелә, уның сиктәрендә С. тормошона һәм ижадына арналған вокаль, хор һәм дини музыка концерттары, күргәҙмәләр һ.б. ойошторола. 2015 й. Өфөлә композиторҙың 100 йыллығына арналған VI Бөтә Рәсәй хор дирижёрҙарының (академик хорҙарҙың) конкурсы уҙғарыла. Бөрө социаль- педагогия академияһы бинаһына С. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019