Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕФЕРОВА Ева Павловна (Богосовна)

Просмотров: 352

СЕФЕРОВА Ева Павловна (Богосовна; 25.1.1891, Симферополь ҡ. — 27.3.1968, Өфө), пианист, педагог. Петроград консерваторияһын тамамлағандан һуң (1914; В.Н.Дроздов класы) 1944 й. тиклем Симферополдә: яңғыҙ концерттар м‑н сығыш яһаған, музыка уч‑щеһында эшләгән. 1945—67 йй. — Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1946—65 йй. фп. бүлеге мөдире), бер үк ваҡытта 1957 й. алып — 1‑се музыка мәктәбендә, 1961 й. башлап Гнесиндар ис. Музыка- пед. ин‑тының Өфө уҡытыу‑консультация пунктында уҡыта. Сәнғәт училищеһы, Башҡорт филармонияһы концерттарында һ.б. сығыш яһай. С.‑пианист репертуарында донъя классикаһы музыкаһы, улар араһында — А.С.Аренский, Л.Бетховен, Ф.Лист, А.К.Лядов, П.И.Чайковский, Ф.Шопен әҫәрҙәре. Пед. эшмәкәрлегендә С. уҡытыуҙың классик принциптарын һәм алымдарын ҡулланған. Уҡыусылары араһында сәнғәт ғилеме д‑ры В.П.Бобровский, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑рҙәре Л.М.Горбунова, РФ‑тың — Н.А.Латышева, БССР‑ҙың — Э.С.Мартиросьянц, РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Г.М.Калинкович, БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы Л.П.Нехаева, РСФСР-ҙың халыҡ артисы М.И.Чулаки бар.

Әҙәб.: Т р о и ц к а я Л.Н., А х м а д и е в а Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992; Г а р и п о в а Н.Ф. Фортепианное исполнительство и образование в Уфе. Страницы истории. Уфа, 2010.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019