Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИТОВ Ришат Рәфҡәт улы

Просмотров: 744

СӘҒИТОВ Ришат Рәфҡәт улы (27.12. 1967, Бакал ҡ.), комп., баянсы. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2007). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1982; Н.С.Бачурин класы), ӨДСИ‑не (1987; В.П.Сухановтың баян класы, С.М.Тюфяковтың дирижёрлыҡ итеү класы) тамамлаған. 1983 й. алып ӨПЭЗ эргәһендәге Салауат Юлаев ис. бейеү ансамбленең, 1986 й. – Башҡ. филармонияһы муз.‑әҙәби лекторийының аккомпаниатор‑концертмейстеры, 1990 й. – ӨДСИ эргәһендәге махсус урта музыка мәктәп‑лицейы уҡытыусыһы, 1997 й. – БАДТ‑ла муз. бүлек мөдире, 2000 й. башлап “Башҡортостан” ТРК‑ның тауыш реж., 2002 й. – БР Милли Йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 2013 й. алып БДПУ‑ның Педагогия ин‑тында каф. мөдире. С. ижадына моңлолоҡ, сағыу образдар, муз. теленең ябайлығы хас. Әҫәрҙәре араһында Н.Ғәйетбайҙың “Аты барҙың – дәрте бар” (1997), А.Н.Островскийҙың “Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б‑са “Аҡ ҡанатлы хыялым” (1998), Ф.М.Бүләковтың “Дала ҡиссаһы” (2003), Х.К.Андер- сендың “Һандуғас” (“Соловей”) әкиәте б‑са ш. уҡ исемле спектаклдәренә; А.А.Солтанов т‑да “Ҡараңғылыҡтағы нур” (“Свет во тьме”, 2001), “Мостай Кәрим” (“Мустай Карим”, 2005) документаль фильмдарына, “Ай ҡыҙы” т/ф (2001–02; бөтәһе лә – “Башҡортостан” ТРК) музыка; башҡ. һәм урыҫ шағирҙары шиғырына 50‑нән ашыу йыр. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (Мәскәү, 1985), Мәскәүҙә БР көндәрендә (2007), ЮНЕСКО‑ның штаб‑квартираһында уҙғарылған БР‑ҙың халыҡ‑ара презентацияһында (Париж, 2008) ҡатнаша.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019