Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИТОВА Гүзәл Борхан ҡыҙы

Просмотров: 382

СӘҒИТОВА Гүзәл Борхан ҡыҙы (8.3. 1936, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Абзай а. – 4.7.2008, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) 1995 й. тиклем БАДТ актрисаһы. С. ижадына реалистик кәүҙәләндереү, психологик тәрәнлек һәм ышандырғыс көс хас була. Төп ролдәре: Зоя (“Эҙләнеү йылдары” – “Годы странствий”, А.Н.Арбузов; дебют, 1960), Шәмсинур (“Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш”, Т.Ғ.Миңнуллин), Марина (“Ҡараңғылыҡ хөкөм һөргәндә” – “Власть тьмы”, Л.Н.Толстой), Ганна (“Эңер төшкәс...” – “Вечер”, А.Дударев) һ.б. Актрисаның репертуарында комик: Камила (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Зәбирә (“Законлы никах менән!”, Ә.Ҡ.Атнабаев), Мулбикә (“Шомбай”, К.Мәргән); трагик ролдәр: Әсә (“Онотолған әҙәм”, Н.Хикмәт), Анна Павловна (“Тере мәйет” – “Живой труп”, Толстой) бар. С. ижадында көслө рухлы әсә образдары ҙур урын алып тора: Маһитап (“Ғүмер ике килмәй”, Ә.М.Мирзаһитов), Разия (“Ай булмаһа, йондоҙ бар”, Миңнуллин).

Әҙәб.: А т н а б а е в а З. Яҙмыштар. Ролдәр. Яҙмыштар. Өфө, 2008.

Х.А.Сәғитов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019