Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘҒИТОВА Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы

Просмотров: 353

СӘҒИТОВА Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы (20.4.1943, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Көҙән а.), вокал б‑са педагог, йырсы. Проф. (2009). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1983). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1966; М.Ғ.Мортазина класы), ӨДСИ‑не (1974; Л.Г.Менабени класы) тамамлаған. 1966—69 йй. балалар музыка мәктәбендә (Ишембай ҡ.), 1974 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында (1981 й. башлап яңғыҙ йырлау бүлеге мөдире) уҡыта, 1999 й. — ӨДСИ‑нең вокаль сәнғәте каф. мөдире. С. милли һәм классик вокаль мәктәбе принциптарын һәм алымдарын берләштерә. 20‑нән фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы. Уҡыусылары араһында Р.З.Амангилдина, Ф.З.Сәлихов, З.М.Шакирова, БР‑ҙың атҡ. артистары Л.Р.Биктимерова, И.Ф.Вәлиев, М.У.Исҡужина, Ф.Ф.Ҡалмырҙин, А.М.Солтанова, РФ‑тың — А.Волкова, ТР‑ҙың — Р.М.Асаев, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Е.Б.Сәғәҙәтуллина, БР‑ҙың атҡ. мәғариф хеҙм‑ре Д.М.Яппарова һ.б. Репертуарында операларҙан ариялар, башҡорт, урыҫ, сит ил композиторҙары йырҙары, башҡорт халыҡ йырҙары. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға Респ. йәш йырсылар конкурсы лауреаты (1970). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2018).

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992; Байрамова И.И., Зиннатшина Н.В. Вокальная школа Миляуши Муртазиной. Уфа, 2001.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019