Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТОВ Илдар Ширҡәт улы

Просмотров: 553

СӘЙЕТОВ Илдар Ширҡәт улы (25.1. 1957, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Яңы Ҡорос а.), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2008), БР‑ҙың халыҡ (2002) һәм атҡ. (1994) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; А.К.Лощенков, П.Р.Мельниченко курсы) БАДТ актёры, бер үк ваҡытта 1987–88 йй., 1995–2000 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Ижадында сатира, гротеск һәм тәрән драматизмды берләштергән үҙенсәлекле актёр. 70‑тән ашыу төрлө пландағы ролдәр башҡара: Байбулат (“Ҡыр ҡаҙҙары”, Р.Ә.Сафин), Хәмит (“Ул ҡайтты”, Ә.Ҡ.Атнабаев), улар араһында урыҫ – Андрей Прозоров (“Апалы‑һеңлеле өсәү” – “Три сестры”, А.П.Чехов), Кудимов (“Өлкән улым” – “Старший сын”, А.В.Вампилов) һәм сит ил – Эстрюго (“Иҫ китмәле мөгөҙлө шәп ир” – “Великодушный рогоносец”, Ф.Кроммелинк), Жорж Одфей (“Минең ҡатынымдың исеме Морис” – “Мою жену зовут Морис”, Р.Шарт), Чесвик (“Кәкүк ояһы” – “Пролетая над гнездом кукушки”, А.Ә. Абушахманов, К.Кизиҙың ш. уҡ исемле романы б‑са) – әҙәбиәте образдары айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ. Шарж алымын оҫта ҡулланып, Вилдан ролендә (“Бибинур, ах, Бибинур!..”, Ф.М.Бүләков) киҫкен сатирик образ тыуҙыра. Кино һәм т/ф ролдәре: Пьер Безухов (“Ирлән көнө, йәки Урыҫ бәхете” – “День хомячка, или Русское счастье”; “Муха” студияһы “Башҡортостан” к/ст м‑н берлектә, 2003), Омар (“Айыу” – “Медведь”; “Vista Vision студияһы”, 2005) һ.б.

Т.Н.Хәйбуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019