Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙФУЛЛИН Риф Ғәли улы

Просмотров: 495

СӘЙФУЛЛИН Риф Ғәли улы (4.10. 1949, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Муллаҡай а.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1988) һәм атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1973; Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай драма театры актёры. С. ижад иткән образдар үҙенсәлекле трактовкалау, аныҡ һәм тәьҫирле кәүҙәләндереү м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: сэр Маклой (“Бәхтегәрәй”, Ә.М.Мирзаһитов; дебют, БАДТ, 1972), Яппар (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев), Иҫәнгилде (“Аҡмулланың аҡ төндәре”, Н.Ғәйетбай), Баязит (“Бәхеткә ҡасҡандар”, Т.Х.Ғарипова) һ.б. Репертуарының күп өлөшөн урыҫ һәм сит ил драматургияһы әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙәге ролдәр тәшкил итә: Калошин (“Төбәктә булған мәҙәктәр” – “Провинциальные анекдоты”, А.В.Вампилов), Кочкарёв (“Өйләнеү” – “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Фердинанд (“Мәкер һәм мөхәббәт” – “Коварство и любовь”, Ф.Шиллер), Дон Жуан (Мольерҙың ш. уҡ исемле пьесаһы). Г.Исхаҡовтың “Һайра, һандуғасым!” (1993) спектаклен ҡуя. Вампиловтың “Төбәктә булған мәҙәктәр” (“Провинциальные анекдоты”), В.Жеребцовтың “2‑се подъезд” (“Подъезд № 2”), М.Н.Задор-новтың “Һуңғы ынтылыш” (“Последняя попытка”) пьесаларын башҡ. теленә тәржемә итә.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019