Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙФУЛЛИН Таһир Сергей улы

Просмотров: 698

СӘЙФУЛЛИН Таһир Сергей улы (6.5.1932, Волгоград өлк. Фролово а. – 25.7.2007, Өфө), хор дирижёры, педагог. БР‑ҙың халыҡ артисы (1995), РСФСР‑ҙың (1978) һәм БАССР‑ҙың (1973) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Һарытау консерваторияһын тамамлаған (1963; Е.Сидорова класы). 1962 й. алып Һарытау ҡ. Профсоюздар мәҙәниәт һарайы акад. хор капеллаһының художество етәксеһе, 1969–82 йй., 1989– 97 йй. Хор капеллаһының хормейстеры һәм баш дирижёры, 1999—2007 йй. дирижёр‑консультанты. 1982—85 йй. ӨДСИ‑лә, 1986–89 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта. С. башҡарыу манераһына әҫәрҙәрҙең асылына тәрән төшөнөү, үҙенсәлекле трактовкалау, хислелек хас. Классик әҫәрҙәрҙә аныҡ башҡарыуға, деталдәренә тиклем ентекләп әҙерләүгә ынтыла, оҫта интерпретатор булараҡ хәҙ. заман башҡ. һәм татар композиторҙары әҫәрҙәренә үҙгәрештәр һәм төҙәтмәләр индерә. С. етәкләгән коллектив репертуарында сит ил, урыҫ һәм башҡ. композиторҙары әҫәрҙәре. БР Дәүләт акад. хор капеллаһын ойоштороусы, тәүге художество етәксеһе һәм баш дирижёры, 2014 й. уға С. исеме бирелә. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1967).

В.Х.Әйүпова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019