Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙФУЛЛИНА Рәйсә Ғариф ҡыҙы

Просмотров: 586

СӘЙФУЛЛИНА Рәйсә Ғариф ҡыҙы [6.12.1931, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Таҡсура а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) – 11.10.2013, Өфө], актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1968) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1953). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; Х.Бохарский курсы) 1968 й. тиклем һәм 1992–99 йй. Салауат драма театры, 1968–90 йй. БАДТ актрисаһы, бер үк ваҡытта 1973–88 йй. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте мәҙәниәт һарайының башҡ. халыҡ театры етәксеһе. Вокаль һәләте, сағыу сәхнә ҡиәфәте уға муз. драмаларҙа лирик героиня образдарын уңышлы ижад итергә мөмкинлек бирә: Надежда (“Баланлыҡ” – “Калиновая роща”, А.Е.Корнейчук; дебют, 1953), Таңсулпан (Ҡ.Даяндың ш. уҡ исемле пьесаһы), Гөлсәхрә (“Аршин мал алан”, У.А.Гаджибеков), Мәйсәрә (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин) һ.б. Төрлө пландағы ролдәрҙә актрисаның яңы һәләттәре: диалог оҫталығы – Яҙгөл (“Ғәфү ителмәй”, Т.Абдумомунов), Сәлимә (“Умырзая”, В.К.Сәйфуллин һәм Л.Н.Елшанкина), Нюра (“Туй көнө” – “В день свадьбы”, В.С.Розов); үҙенсәлекле сәхнә алымдарын ҡулланыу – Зөлхәмиҙә (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т.Ғиззәт), Ғәлиә (“Таштуғай”, Ф.М.Бүлә-ков); эске драматизм – Зөлхәбирә (“Айгөл иле”), Хазина (“Балаҡайҙарым”, Ә.Ҡ.Атнабаев) һ.б. – асыла. С. башҡарыуында Полина образы (“Трибунал”, А.Е.Макаёнок) трагик һәм бер үк ваҡытта сатирик яңғыраш ала. Салауат башҡорт драма театрында – Т.Ғ.Миңнуллиндың “Хушығыҙ” (1997); Һуҡырҙар йәмғиәте мәҙәниәт һарайында “Ғәлиәбаныу” (1975), “Ай тотолған төндә” (1983), Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” (1987) һ.б. спектаклдәр ҡуя. Бөтә Рәсәй драма, музыка һәм балалар театрҙары спектаклдәре смотры лауреаты (Мәскәү, 1967).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019