Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИҒӘСКӘРОВА Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы

Просмотров: 351

СӘЛИҒӘСКӘРОВА Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы (20.11.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҡсан а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Ихсан а., – 7.10.2015, Өфө), йырсы (меццо‑сопрано). РСФСР‑ҙың халыҡ (1957) һәм атҡ. (1955), БАССР‑ҙың халыҡ (1951) һәм атҡ. (1949) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1946). 1938 й. алып хор артисы, 1942–72 йй. БДОБТ солисы. Башҡ. операһының күренекле оҫталарының береһе була. Киң диапазонлы, көслө, хәрәкәтсел тауышҡа, ғәжәйеп муз. хәтергә эйә була; башҡарыу сәнғәте сағыу артистизм, тәьҫирлелек, темперамент м‑н айырылып тора. 60‑тан ашыу төрлө характерлы, ш. иҫ. классик репертуар образдарын ижад иткән: Ольга (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский; дебют, 1942), Амнерис (“Аида”, Дж.Верди), Любаша (“Батша кәләше” – “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков), ватан композиторҙары операларында – Туғыҙаҡ (“Алтынсәс”, Н.Ғ.Йыһанов), Аксинья (“Тымыҡ Дон” – “Тихий Дон”, И.И.Дзержинский), Ульяна (“Йәш гвардия” – “Молодая гвардия”, Ю.С.Мейтус). С. төп ролдәренең береһе Кармен (Ж.Бизеның ш. уҡ исемле операһы) колоритлы һәм тәьҫирле булыуы м‑н айырыла. Гөлбикә (“Һаҡмар”, М.М.Вәлиев, 1940), Айһылыу (“Айһылыу”, Вәлиев һәм Н.И.Пейко, 1953), Нурия (“Азат”, Р.Ә.Мортазин, 1949), Көнбикә (“Салауат Юлаев”), Нәркәс (“Аҡбуҙат”), Яланбикә (“Дауыл”) һ.б. партияларҙы тәүге башҡарыусы. Концерт репертуарында З.Ғ.Исмәғилев, Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Х.Ф.Әхмәтовтың вокаль әҫәрҙәре, А.Г.Рубинштейн, Чайковский, К.Сен‑Санстың ариялары һәм романстары, башҡ. (“Бейеш”, “Таштуғай”), татар (“Нәфисә”), урыҫ (“Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле” – “Чернобровый, черноокий”, “Ниңә һин юлға түҙемһеҙләнеп ҡарап тораһың?” – “Что ты жадно глядишь на дорогу?”) халыҡ йырҙары. СССР‑ҙың халыҡ артистары С.Я.Лемешев, П.Г.Лисициан, М.Д.Михайлов м‑н сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша (1955). СССР буйлап гастролдәрҙә була. РСФСР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Бөтә донъя демократик йәштәр һәм студенттар фестивале (Прага), Бөтә Рәсәй театр йәштәре смотры (Мәскәү; икеһе лә – 1947) лауреаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1949).

Әҙәб.: Х а й р у л л и н Р. Мастера оперного искусства Башкирии. Уфа, 1967.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019