Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИМГӘРӘЕВ Рафаэль Әғләм улы

Просмотров: 556

СӘЛИМГӘРӘЕВ Рафаэль Әғләм улы (7.10.1948, Өфө), керамика оҫтаһы. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). РФ‑тың почётлы урта проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). Рәссамдар союзы ағзаһы (1982). БДПИ‑ны тамамлаған (1979). 1971–86 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, 1995–2013 йй. 2‑се Өфө пед. колледжында, 2007 й. башлап Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. уҡыта. С. әҫәрҙәренә баҙыҡ силуэт һәм аныҡ пластикалы композиция, ысынбарлыҡты шартлылыҡ м‑н яраштырыу, форманы стилләштереү хас. Башлыса нәфис керамика сәнғәте өлкәһендә эшләй: иҙәнгә ҡуйырға вазалар, фонтандар (Өфө ҡала мәҙәниәт һарайындағы фонтан, 1981), биҙәкле рельефтар, пласт (“Ғаилә” серияһы), таштуҫтаҡтар (“Кандинский иҫтәлегенә”; икеһе лә – 1990 йй.), күләм‑киңлекте сағылдырған композициялар (“Хор йырлауы”, 2002). Бәләкәй пластика әҫәрҙәре араһында камерный портреттар (“Римма”, 1996), көнкүреш күренештәре (“Ҡымыҙ”, 2006), пейзаж һәм архитектур мотивтар. Төп темалары: мөхәббәт, ғаилә һәм милли традициялар, хеҙмәт героикаһы, яңғыҙлыҡ, экология проблемалары (“Янғын һүндереүселәр”, “Экология” сериялары; икеһе лә – 1980 йй.). “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995). 1976 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Вроцлав (Польша, 1993), Берлин, Дюссельдорф (Германия, 1994), Өфө (2007) ҡалалары. Эштәре БДХМ, БР‑ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғын һүндереү идаралығы музейы, Милли Йәштәр театры, “Рәсәй һынлы сәнғәте” музей‑күргәҙмә үҙәге (Мәскәү) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избр. произведения: каталог /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002; Всероссийская выставка декоративно‑прикладного искусства “На радость вам”: каталог. М., 2006.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019