Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИМГӘРӘЕВА Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы

Просмотров: 355

СӘЛИМГӘРӘЕВА Рәмилә Миңлеғәли ҡыҙы (5.6.1950, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Иҫке Хөсәйен а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Хөсәйен а.), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1986) һәм атҡ. (1981) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай драма театры, 1998 й. алып БР‑ҙың Милли Йәштәр театры актрисаһы. С. һәләтенә лиризм, эске драматизм м‑н бер рәттән сағыу комик оҫталыҡ, эксцентрика хас. Героиня йәки мәрәкә ҡарсыҡ образын кәүҙәләндергәндә актриса уларҙы эскерһеҙ, романтикаға һәләтле, тормошҡа ғашиҡ шәхес итеп сағылдырырға ынтыла. Төп ролдәре: Сибай башҡорт драма театрында – Вәлимә (“Һыу юлы”, Н.Асанбаев; дебют, 1972), Луиза (“Мәкер һәм мөхәббәт” – “Коварство и любовь”, Ф.Шиллер), Ғәзизә (“Ғәзизәкәй балдыҙ”, Р.Ә.Сафин), Шәмсиә (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев), Диләфрүз (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин); Милли Йәштәр театрында – Мәстүрә (“Ауылға ҡыҙҙар килде”, Н.Ғәйетбай), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Әсә (“Дала ҡиссаһы”, Ф.М.Бүләков), Өләсәй (“Беҙҙең өйҙөң йәме”, М.Кәрим әҫәрҙәре б‑са). Үҙенең “Ғүмерҙәрем – ҡалҡып килгән ҡояш” әҫәре б‑са спектакль ҡуя (2008, Милли Йәштәр театры).

А.С.Сәғитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019