Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛМӘНОВ Салауат Рафиҡ улы

Просмотров: 623

СӘЛМӘНОВ Салауат Рафиҡ улы (30.4.1952, Мәскәү), композитор. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2008). Композиторҙар союзы ағзаһы (1995). Р.В.Сәлмәновтың улы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1979; Н.И.Пейко класы) Учалы музыка уч‑щеһында, 1988 й. алып ӨДСИ эргәһендәге урта махсус муз. мәктәп‑лицейында, 1989 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта. Симфоник оркестр өсөн триптихта (1979), Башҡ. халыҡ музыка ҡоралдары оркестры өсөн фантазияла (2001), башҡ. шағирҙарының шиғырҙарына хор (a capella) өсөн “Салауатҡа мәҙхиә” вокаль симфонияһында, “Урманда иртә” (“Утро в лесу”, икеһе лә — 2005) симфоник картинаһында, Р.Шәкүр шиғырына “Уралымдың ағым һыуҙары” (1995) хор циклында, тауыш һәм симфоник оркестр өсөн “Зөлхизә” (1996), “Бейеш”, “Таштуғай” (икеһе лә — 2007) халыҡ йырҙары эшкәртмәләрендә неофольклоризм эстетикаһына хас булған халыҡ музыкаһын ижади байытыу сағылыш таба. С. вокаль музыкаһына лирик‑фәлс. характер хас: Т.С.Дәүләтбирҙина шиғырына “Төнгө йырҙар” (1998), М.Ямалетдин шиғырына “Көн һайын” (1999) хор циклдары, Р.Т.Бикбаев, Р.Й.Ғарипов, Р.Ф.Мифтахов, Ә.Әхмәт‑Хужа шиғырҙарына вокаль циклдар, романстар һ.б. Камера‑инструменталь ижадында оҙон көй, ҡобайыр, инструменталь көй жанр моделдәрен тергеҙә: полифоник сюиталар (1980, 1984), “Учалы күренештәре” (“Учалинские зарисовки”, 1985) циклы, фп. өсөн “Ангиметон ладта биш фуга” (“Пять фуг в ангиметонных ладах”, 2009), башҡ. халыҡ көйҙәре темаларына ҡыллы квартет өсөн биш пьеса (1994), төрлө музыка ҡоралдары өсөн сонаталар. Балалар музыкаһы әҫәрҙәре араһында фп. өсөн 3 прелюдия, халыҡ һүҙҙәренә ҡатын‑ҡыҙҙар (балалар) хоры өсөн “Бишек йырҙары” (2002), “Теләктәр һәм арбауҙар” (2007), “Әкиәт, уйын һәм түңәрәк көйҙәре” (2008) миниатюралар циклы, телеспектаклдәргә музыка, йырҙар һ.б. 150‑нән ашыу башҡ. халыҡ йырын нотаға һалған.

Х е ҙ м.: Сысҡан көлә бесәйҙән: йырҙар. Өфө, 1996; Хор әҫәрҙәре. Өфө, 2007.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019