Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘФӘРОВ Валерий Фидан улы

Просмотров: 318

СӘФӘРОВ Валерий Фидан улы (21.6.1950, Хабаровск крайы Таскан а.), архитектор, педагог. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1992), РФ‑тың почётлы архитекторы (2010). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1978). Тарих ф. канд. (2000). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1979 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2007—12 йй. “БашНИИстрой” ин‑тының баш архитекторы. Белорет, Мәләүез ҡҡ. микрорайондарҙы төҙөүҙә ҡала төҙөлөшө һәм архитектур проекттар (икеһе лә — 1974); Өфөлә Инорс‑4 (1975) һәм Нефтекама ҡ. 1‑се (2001) микрорайондарын үҙгәртеп төҙөү; Зейск ҡ. ентекле планлаштырыу (1976); Инорс‑4 (1976), Инорс‑1 (1977) микрорайондарында, “Ҡариҙел” кварталында (2002), Аҡназаров урамындағы (2006; бөтәһе лә — Өфө) торлаҡ йорттар; Баймаҡ р‑ны Күлтабан а. комплекслы төҙөү (2004) һ.б. авторы. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостанда ҡала төҙөлөшө тарихына арналған. Юғары уҡыу йорттары өсөн 6 уҡыу әсбабы авторы. Шулай уҡ графика һәм рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй. Шәхси күргәҙмәләре — Өфө (1996, 2010). Уҡыусылары араһында К.А.Донгузов, БР‑ҙың атҡ. архитекторы Ә.М.Сәрүәрова.

Х е ҙ м.: Архитектурные ордера. Уфа, 1999 (авторҙ.); Градостроительство в Башкортостане во второй половине ХVI—ХХ вв. Уфа, 2005.

А.А.Семёнов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019