Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ

Просмотров: 397

СИБАЙ ЭЛЕВАТОРЫ, ААЙ. Сибай ҡ. урынлашҡан. Составына 2 элеватор (1957 й., 1974 й. асылған), складтар һ.б. инә. 5 магазины, икмәкханаһы, ашханаһы, фасовкалау цехы һ.б. бар. 2013 й. 203 кеше эшләгән. С.э. дөйөм һыйҙырышлығы — 220 мең т, механизацияланған 15 ҡабул итеү нөктәһе һәм тәүлегенә100 т/сәғ. тиклем__иген ҡабул итеү, киптереү һәм эшкәртеү өсөн 7 ағым линияһы бар. 2011—13 йй. йыллыҡ иген ҡабул итеү уртаса 38 мең т тәшкил иткән; 0,04 мең т ярма, 24,5 мең т он, 6,6 мең т көрпә етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1953 й. Сибай иген ҡабул итеү пункты булараҡ ойошторола, 1974 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1997 й. — “Башхлебопродукт” ДУП‑ының бүлендек пр‑тиеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. 2011 й. “Ситно» агрохолдингы (Магнитогорск ҡ.) составына инә.

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019