Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИММЕНТАЛЬ ТОҠОМ

Просмотров: 394

СИММЕНТАЛЬ ТОҠОМ, һыйыр малының һөт‑ит йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтары: һөт‑ит һәм ит‑һөт. Швейцарияла урындағы малдан һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Эре мал, кәүҙәһе киң, муйын аҫты сығып тора, һөлдәһе ныҡ, мускулдары яҡшы үҫешкән. Төҫө балауыҙ һары, балауыҙ һары‑сыбар, һирәгерәк ҡыҙыл‑сыбар, башы һәм ҡойроғоноң аҫҡы өлөшө аҡ, танау өҫтө ал төҫтә. Үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 900— 1200 кг, һыйырҙарҙыҡы — 550— 650 кг. Уртаса йыллыҡ һауым 3000— 3500 кг, һөттөң ҡуйылығы 3,7—3,9% тәшкил итә. Ит сығышы 55—60%. Мал юғары продуктив сифаттар һәм төрлө тәбиғәт‑климат шарттарына яҡшы ҡулайлашыуы м‑н айырылып тора. Рәсәйгә (ш. иҫ. Өфө губернаһына) С.т. 19 б. 2‑се ярт. индерә башлағандар, һыйыр малының бестужев тоҡомон, сычёв һәм ҡыҙыл тамбов тоҡомдарын сығарғанда ҡулланғандар. БР‑ҙа С.т. малдың һаны 210 меңдән ашыу баш (бөтә һыйыр малының 32,5%‑ы) тәшкил итә, башлыса көньяҡ райондарҙа һәм Башҡортостандың Урал аръяғында үрсетәләр (2007). Тоҡом базаһы 3 тоҡомсолоҡ з‑дынан (Әлшәй р‑нының “Ленин васыяты”, Ауырғазы р‑нының “Дуҫлыҡ” АХПК‑лары, Баймаҡ тәжрибә-производство хужалығы) һәм 11 тоҡом репродукторынан (Күгәрсен р‑нының “Тәүәкән” ДУАХП, Стәрлетамаҡ р‑нының “Салауат исемендәге колхоз” АХПК һ.б.) тора. Уларҙағы тоҡом һыйырҙарының һаны 4,8 мең баш тәшкил итә (2007). Тоҡомдоң продуктив сифаттарын күтәреү, малдың лейкозға бирешмәүсәнлеген билдәләү, уларҙы аҫрау технологияларын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта (И.Ю.Долматова, С.Ғ.Исламова, Н.Г.Кутлин, Р.М.Мөҙәрисов һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (Ф.Ә.Исламов, А.А.Немцов, Ф.Х.Сиражетдинов, Н.Г.Фенченко һ.б.) үткәрелә.

Әҙәб.: Заводские линии симментальского, сычёвского и красно‑пёстрого голштинского крупного рогатого скота Среднего Урала /Н.Г. Кутлин [и др.]. Уфа, 1999; Ф е н ч е н к о Н.Г., К у т л и н Н.Г., Ш в ы н д е н к о в В.А. Резервы увеличения производства и улучшения качества говядины. Уфа, 1999.

С.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Симменталь тоҡом һыйыры

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019