Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИМФОНИЯ

Просмотров: 341

СИМФОНИЯ (гр. symphōnía — аһәңлелек), башлыса симфоник оркестр өсөн, ҡағиҙә булараҡ, соната- цикл формаһындағы муз. әҫәр. Ғәҙәттә, 4 өлөштән тора; күберәк йәки аҙыраҡ, хатта бер өлөшлө С. була. Ҡайһы берҙә С. солистар, хор индерелә. Башҡ. музыкаһында С. барлыҡҡа килеүе Р.Ә.Мортазин ижадына бәйле. 1—4‑се С. (1952, 1957, 1963, 1970) композитор 4 өлөшлө циклдың классик моделе б‑са ижад итә; 5‑се, 6‑сы С. (1976, 1980) — Көнбайыш Европа классик концертына һәм сонатаһына хас булған 3 өлөшлө циклдан (етеҙ—яй—етеҙ темптар); 7‑се С. (1984) поэма тибындағы бер өлөшлө композициянан ғибәрәт. Мортазиндың С. 50—60‑сы йй. башҡ. композиторҙарының муз. фекеренә хас үҙенсәлектәр сағыла, улар 19 б. урыҫ композиторҙары ижадында (М.И.Глинка, М.А.Балакирев, Н.А.Римский-Корсаков) формалашҡан жанр (жанр‑этнографик) симфонизмы традицияларына нигеҙләнгән: цитаталарға, халыҡсан образдарға, сюита, рапсодия драматургияһы һәм формаларына таяныу, ҡапма- ҡаршылыҡтың, экспозициялыҡтың үҫештән өҫтөнлөк итеүе, башлыса тембр һәм орнаменттарҙы төрлөләндереү, тантаналы финал ҡулланыу. 70‑се йй. алып башҡ. композиторҙарының симфоник әҫәрҙәрендә жанрҙың классик моделен үҙгәртеү тенденцияһы күҙәтелә. С. инструменталь музыкала иң төп жанрҙарҙың береһе булып китә. Р.Х.Ғәзизов, Р.Р.Йыһанов, Р.Ғ.Ҡасимов, Р.Н.Сабитов, Д.Д.Хәсәншин үҙҙәренең ижадында башҡ. фольклорының архаик формаларын 20 б. композицияһы техникалары, джаз м‑н берләштереп, неофольклоризм эстетикаһына өҫтөнлөк бирә. Һөҙөмтәлә муз. телдә, поэтикала, драматургияла, формала үҙгәреш башлана һәм “яңы” С. барлыҡҡа килә. Композиторҙар фәлс. темаларға мөрәжәғәт итә: көнсығыш һәм көнбайыш [Ҡасимовтың 3‑сө, 4‑се С., 1999, 2000; М.Х.Әхмәтовтың 4‑се “Реквием — оҙон көй” (“Реквием — узун‑кюй”) С., 2000], кеше һәм дин [Йыһановтың 2‑се “Иман символдары” (“Символы веры”) С., 1994], тәбиғәт һәм цивилизация (Ҡасимовтың 4‑се, 5‑се С., 2002; Йыһановтың 1‑се С., 1987) һ.б. Айырыуса программалылыҡҡа иғтибар көсәйә [ҡара: Программалы музыка; Ғәзизовтың 3‑сө “Сығанаҡтарға юл” (“Путь к истокам”) С., 1994; Ҡасимовтың 6‑сы “Юлай улы Салауаттың солох һәм һуғышы” (“Мир и война Юлаева сына Салавата”) С., 2002] һ.б. Этномуз. хикәйәләү, жанрҙар декоративлығы С. әҫәрҙәрендә эпик, лирик, драматик башланғыстар синтезына алмашына. Жанр концепцияһының үҙгәреүе боронғо йолаларға мөрәжәғәт итеүҙә, уларҙы үҙенсәлекле трактовкалауҙа, образдарҙы яңыса аңлатыуҙа һ.б. сағыла. 20 б. аҙ. — 21 б. башындағы башҡ. С. тәрән образлы‑тематик үҙгәрештәргә килтергән үтәнән‑үтә үҫеш хас. Симфонизмдың монологик [темптың һүлпәнәйеүе, яңғыҙ яңғыраусы музыка ҡоралдарының монологтарын индереү, статик эпизодтарҙың роле артыуы (Л.З.Исмәғилеваның “Камерный симфонияһы” — “Камерная симфония”, 1998; Ғәзизовтың 3‑сө С. һ.б.)], эпик‑драматик [күҙәтеүҙән хәрәкәткә оҙайлы күсеүҙәрҙең күп тапҡыр ҡабатланыуы, конфликт, гротеск, киҫкен экспрессия индереп, лиро‑эпик образлылыҡты үҙгәртеү (Ҡасимовтың С., Сабитовтың 1‑се С., 2002)] типтары; драматургияның күп фазалы крещендо [Исмәғилеваның тауыш һәм оркестр өсөн “Таҡташ- симфония” һы (“Такташ‑симфония”), 1987], экстенсив [Ғәзизовтың 2‑се “Ҡыллы ҡоралдар өсөн музыка” (“Музыка для струнных”) С., 1997], монтажлы (Хәсәншиндең 4‑се С., 1998; Ҡасимовтың 5‑се С.) төрҙәре барлыҡҡа килә. Хәҙ. башҡ. С. музыкаль формаһында яңы тенденциялар булып композицион ҡоролоштоң күп төрлөлөгө, цикллыҡты яңыса аңлатыу, контраслы‑ҡушма, бер өлөшлө композицияларға тартылыу, архитектоника башланғысының процессуаль башланғыстан өҫтөнлөк итеүе, традицион соната формаһының роле кәмеүе йәки бөтөнләй юҡҡа сығыуы, 3 өлөшлө (яй—етеҙ—яй — Сабитовтың 1‑се, Ҡасимовтың 4‑се С.), күп өлөшлө (Ҡасимовтың 1—3‑сө, 5‑се С.) циклдарҙың, яй муз. солғаныуҙың, рондо һәм концентрик формалар принциптарының роле артыуы, поэмаға тартылыу тора. С. жанрының төрҙәре барлыҡҡа килә: вокаль (Хәсәншиндең 3‑сө С., 1976), камерный [Сабитовтың “Халыҡ стилендә бәләкәй симфония” (“Маленькая симфония в народном стиле”), 1996; Ғәзизовтың 2‑се “Ҡыллы ҡоралдар өсөн музыка” (“Музыка для струнных”)]. С. башҡа жанрҙар м‑н бәйләнеше ҡатнаш жанр структураларын тыуҙыра: С.‑концерт (А.Д.Хәсәншиндең Соло скрипка м‑н ҙур симфоник оркестр өсөн С., 1997), концерт‑С. (А.Р.Сәлмәнованың С., 1983), С.‑оратория [С.Ә.Низаметдиновтың “Салауат менән һөйләшеү” (“Разговор с Салаватом”), 1982; Әхмәтовтың 3‑сө «“Урал батыр” башҡорт эпосын уҡығандан һуң» («По прочтении башкирского эпоса “Урал- батыр”») С., 1998], С.‑реквием [Әхмәтовтың 4‑се “Реквием — оҙон көй” (“Реквием — узун‑кюй”) С.] һ.б.

Е.Р.Скурко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019