Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРАЕВ Ғабдрахман Хөсәйен улы

Просмотров: 369

СИРАЕВ Ғабдрахман Хөсәйен улы [25.9.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Тыпый а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 5.1.2004, Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а.], хужалыҡ эшмәкәре. 1941 й. алып Илеш р‑нында эшләй: Тыпый ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, 1942 й. — Теләкәй МТС‑ының сәйәси бүлеге нач. ярҙамсыһы, 1943 й. — район башҡарма ком‑тының план бүлеге рәйесе, “Уңыш” к‑зы рәйесе, 1944 й. — партия ком‑ты секретары, 1947 й. — Йәркәй МТС‑ының дир. урынбаҫары; 1953 й. башлап Я.М.Свердлов ис. к‑з рәйесе, 1957 й. — Андреевка МТС‑ы дир., 1958 й. — район ҡулланыусылар йәмғиәте союзы рәйесе, 1960— 84 йй. “Башҡортостан” к‑зы рәйесе. С. етәкс. к‑з үҫемлекселектә һәм малс‑ҡта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән: иген культураларының уңдырышлылығы — 32,5 ц/га, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3200 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы 800 г тәшкил иткән (1983). СССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1976), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973, 1981), “Почёт Билдәһе” (1957) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019