Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРАЕВ Марат Ғабдрахман улы

Просмотров: 362

СИРАЕВ Марат Ғабдрахман улы (2.1.1947, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Үрге Йәркәй а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2011). Ғ.Х.Сираевтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй (өҙөклөктәр м‑н): 1974—81 йй. һәм 2015 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1982—83 йй. уҡытыу‑тәж. хужалығының баш агрономы, 2000—05 йй. дөйөм игенселек каф. мөдире. 1981—82 йй. Бөтә Союз игенселек һәм тупраҡты эрозиянан һаҡлау ҒТИ‑һы Башҡ‑н тупраҡ һаҡлау комплекстары төбәк бүлегенең өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1983 й. алып Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тында, 1984— 2000 йй. БНИИСХ‑ла: лаб. мөдире, 1991 й. башлап бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре ер эшкәртеү системаларын камиллаштырыуға, уларҙың тупраҡ режимдарына һәм агрофитоценоздарҙың продуктлылығына йоғонто яһауына арналған. С. ҡатнашлығында БР‑ҙа кулиса барлыҡҡа килтереү ысулы эшләнә һәм тупраҡты минималь эшкәртеү системалары индерелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Обработка чернозёмов: теория, практика, люди. Уфа, 2006; Наука и практика землепашцев. 2‑е изд., доп. Уфа, 2008.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019