Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРАЕВА Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы

Просмотров: 682

СИРАЕВА Сәүиә Ғимаҙлислам ҡыҙы (5.1.1934, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Иҫке Исай а.), актриса. РФ‑тың атҡ. (2007), БАССР‑ҙың (1989) һәм ТР‑ҙың (2001) халыҡ артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1987). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; Х.Бохарский курсы) 1953 й. тиклем Башҡ. филармонияһы артисы, 1960—63 йй. Салауат драма театры, 1964 й. алып БАДТ, 1989 й. — Йәш тамашасы театры (ҡара: Милли Йәштәр театры), 1993 й. башлап Өфө “Нур” татар театры актрисаһы. С. үҙенә генә хас һәләт эйәһе. Айырыуса уның күңеленә киҫкен характерлы комик ролдәр яҡын, уларҙа актриса сатира, гротеск, импровизация алымдарын оҫта ҡуллана: Йыһан (“Башмағым”), Сабира (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Саимә (“Имәнес зат”, Аманулла) һ.б. Гөлниса (“Рәйсә”, Н.Асанбаев; дебют, 1960, Салауат башҡорт драма театры), Гөлирә (“Аманатҡа хыянат”, Ф.В.Боғҙанов), Тайфә (“Өс аршин ер”, А.М. Ғиләжев), Разия (“Яңғыҙ ҡатын”, Т.Ғ. Миңнуллин) драматик образдарында күҙәтеүсәнлек, кеше холҡон тәрән аңлау һәләте сағыла. Сихырсы образы (Н.М. Ғиматдинованың ш. уҡ исемле әҫәре) — трагик фәлс. яңғыраш, Сәйҙә роле (“Үлтер мине, күгәрсенкәйем!” — “Убей меня, голубчик!”, Г.Несин) нескә психологизм м‑н һуғарылған. С.Ҡудаштың “Урман әкиәте” б‑са спектакль ҡуя (1999; “Нур” театры). “Ай ҡыҙы” т/ф (2001—02; “Башҡортостан” ТРК) Мәрйәм ролендә төшә. Байтаҡ радио‑ һәм телеспектаклдәрҙә ролдәр башҡарыусы, респ. радиопрограммаларын алып барыусы.

Г.Х.Усманова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019