Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРАЖЕТДИНОВ Иршат Фәрит улы

Просмотров: 365

СИРАЖЕТДИНОВ Иршат Фәрит улы (19.6.1954, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Туңғатар а. — 15.12.2012, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1974; К.Ф.Ғәҙелшин класы), ӨДСИ‑не (1982; Р.М.Әйүпов, Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ГИТИС эргәһендәге Юғары театр курстарын (1986) тамамлаған. 1982 й. алып Өфө химия з‑дының Химиктар мәҙәниәт һарайының башҡ. театры етәксеһе, 1983—85 йй. Респ. халыҡ ижады һәм мәҙәни‑ағартыу эше йортоноң бүлек мөдире, 1986 й. — Башҡ. филармонияһының эстрада, бер үк ваҡытта 1996 й. башлап муз.‑әҙәби лекторий реж., 2003—05 йй. өлкән мөхәррире, 2006 й. Ҡала мәҙәниәт һарайы (Өфө) дир. урынбаҫары. Концерттар, театрлаштырылған тамашалар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ш. иҫ. М.Кәрим, Ф.Й.Ҡудашева, Н.Нәжми, И.М.Смаҡов, Ә.С. Уразмәтовтың, ижади һәм юбилей кисәләренә__сценарийҙар авторы һәм режиссёры. Бер нисә әҙәбиәт һәм сәнғәт декадалары һәм көндәре, ш. иҫ. Свердловск ҡ. БАССР мәҙәниәте көндәре (1989), мәҙәни программаларының художество етәксеһе һәм режиссёры.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019