Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИРАЖЕТДИНОВА Фәнүнә Хәниф ҡыҙы

Просмотров: 347

СИРАЖЕТДИНОВА Фәнүнә Хәниф ҡыҙы (15.2.1949, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Ишҡар а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1989) артисы. 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын тамамлаған (1970). 1969 й. алып Башҡ. хор капеллаһы артисы, 1980—2003 йй. Башҡ. филармонияһы солисы, 2006— 14 йй. Ғ.Әлмөхәмәтов ис. Респ. гимназия‑интернатында уҡыта. Йомшаҡ һәм нәфис тембрлы тауышҡа эйә; йырҙарына хислелек, ихласлыҡ хас. Репертуарында Р.Х.Ғәзизов, З.Ғ.Исмәғилев, Р.Ә.Мортазин, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙары, “Бейек кенә тауҡай”, “Кизелекәй шаршау”, “Тирмән дә аҫты тәрән һыу” башҡ. халыҡ йырҙары. С.Әлибай шиғырына Н.Ә.Дауытовтың “Мөхәббәт йыры”, З.С.Ҡотлогилдина шиғырына С.Ә.Низаметдиновтың “Ялан сәскәләре”, Р.Й.Ғарипов шиғырына Р.Х.Сәхәүетдинованың “Кәкүк” йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019