Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМАҠОВ Илфаҡ Мөзип улы

Просмотров: 403

СМАҠОВ Илфаҡ Мөзип улы (22.1. 1940, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Рапат а. — 27.5.1993, Өфө, тыуған ерендә ерләнгән), йырсы (лирик баритон). РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1985) һәм атҡ. (1978) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1963; М.Ғ.Мортазина класы). 1964—66 йй. һәм 1968—91 йй. Башҡ. филармонияһы, 1966—68 йй. БДОБТ солисы. Киң диапазонлы, бай һәм матур тембрлы, һығылмалы тауышы м‑н айырылып торған. С. акад. башҡарыу манераһы, хис‑тойғолар тулылығы һәм артислыҡ хас була. Репертуарында башҡ., татар композиторҙары әҫәрҙәре һәм халыҡ йырҙары: башҡ. (“Азамат”, “Төйәләҫ”, “Элмәлек” һ.б.) һәм татар (“Тәфтиләү”, “Йылға буйында” һ.б.) халыҡ йырҙары. А.Х.Ғабдрахманов, Р.Х.Ғәзизов, З.Ғ.Исмәғилев, К.Й.Рәхимов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙарын тәүге башҡарыусы. СССР буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1961). 1988 й. Саҡмағош р‑нында йырсы репертуарынан йырҙарҙы башҡарыусылар конкурсы булдырыла. Уның исеме тыуған ауылындағы мәҙәниәт йортона бирелгән (1994). Өфөлә С. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

М.А.Иҙрисова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019