Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМИРНОВ Валерий Валентинович

Просмотров: 364

СМИРНОВ Валерий Валентинович (24.6.1957, Өфө), ҡурсаҡ йөрөтөүсе актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2001). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1992). Свердловск театр уч‑щеһын (1982; Б.Н.Сорокин курсы), Ярославль театр ин‑тын (1992; Е.Ю.Гимельфарб курсы) тамамлаған. 1982 й. алып Пенза өлкә ҡурсаҡ театры, 1983 й. — Башҡ. ҡурсаҡ театры, 1984 й. башлап Ярославль өлкә ҡурсаҡ театры актёры. Кәүҙәләндереү оҫталығына һәм импровизация сәнғәтенә, сағыу пластикаға эйә. Айырыуса комик ролдәрҙе оҫта башҡара. Төп ролдәре: Айыу (“Йомро икмәк” — “Колобок”, урыҫ халыҡ әкиәте б‑са; дебют, 1981, Свердловск ҡурсаҡ театры), Гудвин (“Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы” — “Волшебник Изумрудного города”, А.Н.Белков, А.М.Волковтың ш. уҡ исемле әҫәре б‑са), Бабай, Бүре (“Йәшәгән, ти бабай менән әбей” — “Жили-были дед и баба”, Н.Бурая), Ҡарт (“Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт” — “Сказка о рыбаке и рыбке”, А.С.Пушкин), Дуремар [“Алтын асҡыс” — “Золотой ключик”, А.Н.Толстойҙың “Алтын асҡыс, йәки Буратино мажаралары” (“Золотой ключик, или Приключения Буратино”) әкиәте б‑са] һ.б. Ҡурсаҡ театры сәхнәһендә Гефест ролен (“Ташлама утты, Прометей!”, М.Кәрим) уйнай. “Джоник” к/ф төшә (2006; «“Пигмалион” кинокомпанияһы» ЯАЙ).

А.Ә.Балғазина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019