Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМОРОДИН Георгий Степанович

Просмотров: 398

СМОРОДИН Георгий Степанович (1.4.1905, Пермь губ. Вереино а. — 17.4.1986, Симферополь ҡ.), агроном. А.х. ф. д‑ры (1960), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. агрономы (1977), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Пермь ун‑тын (1930), Маркс—Энгельс—Ленин ин‑тын (Мәскәү, 1941) тамамлаған. 1931—41 йй. Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1946—49 йй. Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү ст. бүлек мөдире, дир. урынбаҫары. 1950 й. алып БАХИ‑ла: дир., 1951—53 йй., 1959 й. башлап дөйөм игенселек каф. мөдире һәм бер үк ваҡытта агрономия ф‑ты деканы. 1965—71 йй. М.И. Калинин ис. Ҡырым а.х. ин‑тында (Симферополь): мөдир, 1970 й. алып дөйөм игенселек каф. проф.-консультанты. Фәнни эшмәкәрлеге бойҙай, ҡарабойҙай агротехникаһын, сәсеү әйләнеше баҫыуҙарында тупраҡтың физик‑технологик үҙенсәлектәрен, уларҙы эшкәртеү системаһын өйрәнеүгә арналған. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1‑се дәрәжә (1945 й. апр. һәм майы), 2‑се дәрәжә (1944) Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944), “Почёт Билдә .е” (1953) орд. м‑н бүләкләнгән. сонолюминесценция өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. С. тарафынан эксперименталь тикшеренеүҙәр нигеҙендә сонолюминесценция механизмының теоретик моделдәре тәҡдим ителгән, термоядро реакцияһының ультратауыш тәьҫирендә барыу мөмкинлеге раҫланған; БР һәм РФ‑тың нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары өсөн энергияны һаҡлаусы бер нисә технология уйлап табылған һәм ғәмәлгә индерелгән. 120 фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Методы анализа надёжности и эффективности систем добычи и транспорта углеводородного сырья. М., 2003 (авторҙ.); Физика и химия кавитации. М., 2008 (авторҙ.).

И.Р.Байков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019