Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОВЕТ МЕРИНОСЫ

Просмотров: 372

СОВЕТ МЕРИНОСЫ, һарыҡтарҙыңйөнит йүнәлешле нәҙек йөнлө тоҡомо. Төньяҡ Кавказ һәм Себер тоҡомтөрҙәре, йөнит һәм йөн типтары айырыла. 20 б. 20—50се йй. Ставрополькрайында Мазаев һәм Яңы Кавказмериностарын рамбульенан, һуңынанАскания, Кавказ, Алтай һ.б. нәҙекйөнлө тоҡомдарҙан ҡасырыу ысулымн сығарыла. Ныҡлы һөлдәле мал;кәүҙәһе оҙон, күкрәге, арҡаһы һәм һигеҙгүҙекиң. Тәкәләрҙең тере ауырлығы 98—124 кг, һарыҡтарҙыҡы 46—55 кг.Йөнө аҡ, бер төҫлө, бөҙрә,йыуанлығы64се сифатлы (20—25 мкм), оҙонлоғо 7,5—9,0 см. Тәкәләрҙән—11—12 кг, һарыҡтарҙан 5,5—7,0 кгйөн ҡырҡып алына. Үрсемлелеге100 һарыҡҡа130—140 бәрәс. Башҡортостанға60сы йй. башында тоҡомдоңпродуктлылыҡ сифаттарынкүтәреү маҡсатында шырт йөнлө һарыҡтармн ҡасырыу өсөн индерелә. БРҙа тоҡом малы һаны яҡынса 2 меңбаш тәшкил итә (2007). Тоҡом малы көтөүҙәре Ҡырмыҫҡалы рнындағы “Дуҫлыҡ” ЯСЙның тоҡомсолоҡ здында һәм Дүртөйлө рнының «“Көшөл” тоҡом репродукторы» ЯСЙнда урынлашҡан. С.м. тоҡомло һарыҡтарҙы Ейәнсура һәм Йылайыррндарының шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында үрсетәләр. Таҙа һәмҡатнаш тоҡомло малдың продуктлылыҡ сифаттары Аграр университетта (Т.Х.Мәхмүтова, Ш.Ғ.Усманов), Башҡортостан агросәнәғәткомплексы кадрҙарын яңынан әҙерләүһәм уларҙың квалификацияһынкүтәреү институтында (Ф.Ә.Исламов) ,Ауыл хужалығы институтында (Б.Х.Сатыев), БАССРҙыңА.х. министрлығында (Б.С.Сәлимов) өйрәнелгән.

Әҙәб.: Прекос мәҡ. ҡарағыҙ.

Ш.Ғ.Усманов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019