Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОВХОЗ

Просмотров: 336

СОВХОЗ, с о в е т  х у ж а л ы ғ ы, дәүләт ҡарамағындағы эре социалистик а.х. пр‑тиеһы. Ер һ.б. етештереү саралары дәүләттең социалистик милке булыуға нигеҙләнгән; тулыһынса хужалыҡ иҫәбендә план б‑са эшләгән. С. эшмәкәрлеге Социалистик дәүләт производство пр‑тиеһы т‑дағы положениеға һәм Дәүләт пр‑тиеһы (берекмәһе) т‑дағы законға ярашлы тормошҡа ашырылған. С. уставы, үҙ аллы балансы булған, юридик шәхес хоҡуҡтары м‑н файҙаланған, күбеһе төрлө производство берекмәләре составына ингән. С. 1918 й. конфискацияланған алпауыт имениелары базаһында үрнәк алырлыҡ эре социалистик дәүләт хужалыҡтары (йылҡысылыҡ з‑дтары, тоҡомсолоҡ, сөгөлдөр үҫтергән хужалыҡтар, рассадниктар һ.б.) итеп ойошторола башлай. С. производство һәм ойоштороу структураһы махсуслашыуға, ер майҙанына һәм тулайым продукция күләменә бәйле булған. Башҡортостанда тәүге С. 20‑се йй. аҙ. барлыҡҡа килә; 1928 й. — 35, 1932 й. 132 С. һаналған. СССР ҮБК һәм ХКС‑ының “Эре иген хужалыҡтары ойоштороу тураһында” (1928 й. 1 авг.) ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың Урал аръяғында “Арғаяш”, “Йылайыр”, “Тамъян‑Ҡатай” иген хужалыҡтары асыла. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң емерелгән С. тергеҙеү м‑н бер рәттән яңылары ойошторола. Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда 20‑нән ашыу яңы С. барлыҡҡа килә. 1990 й. 53 иген, 11 йәшелсәселек, 79 һөт һәм ит‑һөт, 14 сусҡасылыҡ, 11 һарыҡсылыҡ, 11 ҡошсолоҡ С. эшләй (ҡара: табл.), уларҙа 50% иген, 16% йәшелсә; 41% һыйыр ите , 60% сусҡа ите, 29% һарыҡ ите, 99% ҡош ите, 21% һөт , 100% йомортҡа, 29% йөн етештерелгән. Эре махсус С. — “Башптицепром”, “Рощинский”, СССР‑ҙың 60 йыллығы исемендәге совхоз, “Яңы Раевка” һ.б. малсылыҡ комплекстары (ҡара: Малсылыҡ) булдырылған. С. һәм хужалыҡ‑ара кооперацияла производство үҫеше һөҙөмтәһендә яңы ижт. производство формалары — эре хужалыҡ‑ара пр‑тиелар, производство берекмәләре һәм агрофирмалар барлыҡҡа килә. 1980 й. 69 хужалыҡ‑ара пр‑тие эшләй. 70—90‑сы йй. юғары килемле С. иҫәбенә “Алексеевка”, “Дмитриевка”, “Знаменский”, “Йылайыр”, “Красная Башкирия”, “Ҡарлыман”, “Матрай”, “Мәсәғүт”, “Раевка” һ.б. ингән. 90‑сы йй. башында баҙар иҡтисадына күскәс, респ. а.х. күп тармаҡлы булып китә. С. байтаҡ өлөшө төрлө хужалыҡ итеү һәм милек формаларына ҡараған пр‑тиеларға һәм ойошмаларға үҙгәртелә: АХПК, Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциациялары, крәҫтиән__(фермер) хужалыҡтары һ.б. С. үҫеше м‑н Р.З.Ғилемханов, И.Ғ.Дәүләтбирҙин, Р.К.Кинзин, М.Н.Мирсаяпов, П.С.Моор, Ә.Р.Нәҡиев, Б.И.Петров, И.Ә.Әхиәруллин, Б.И.Ярмушин, И.К.Ясаков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.А.Борханов

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Башҡортостанда совхоздар үҫешенең төп күрһәткестәре

 

Күрһәткестәр

1940

1950

1960

1970

1980

1990

Совхоздар һаны

57

50

71

106

159

209

Хеҙм‑рҙәрҙең уртаса йыллыҡ һаны, мең кеше

19,1

20,7

69,4

97,7

100,4

90,3

Сәсеү майҙаны, мең га

278,4

287,2

1103,6

1330,6

1470,4

1400,7

Һыйыр малы,

ш. иҫ. һыйыр, мең баш

47,0

19,5

35,6

10,5

210,7

70,8

404,8

124,5

456,5

154,6

492,9

141,6

Сусҡа, мең баш

26,7

30,6

215,8

217,0

246,7

283,7     

Һарыҡ һәм кәзә, мең баш

35,1

46,9

259,9

399,7

447,1

358,8       

Тракторҙар, дана

1311

1200

4615

8770

10784

12605

Иген йыйыу комбайндары, дана

798

1100

3692

4630

5093

5455      

 

Р.А.Борханов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019