Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЛДАТОВ Юрий Фёдорович

Просмотров: 376

СОЛДАТОВ Юрий Фёдорович (9.3. 1940, Асбест ҡ.), скульптор. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1999). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). И.Е.Репин ис. Һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1975) Өфөлә йәшәй һәм эшләй. С. ижадында төрлө жанрҙар, темалар, материалды эшкәртеү ысулдары берләшә; эштәре тормошсан реализм, сағыу ҡатмарлы контурҙар, төҫ‑күләгәнең нәфис контраслығы, эмоциональ тәьҫирлелеге м‑н айырылып тора. Аллегорияға ҡоролған (“Фемида”, 1983, шамот; “Меркурий”, 2003, гранит, бронза) һәм классик аныҡ (“Ғәфү итеү”, 1997) образдар; баҫалҡы (“М.И.Цветаева”, 1966; икеһе лә — ҡомташ) һәм күҙгә бәрелеп торған асимметрик, ҡыҙыу хәрәкәтте кәүҙәләндергән композициялар (“Уҡсы”, 1992, ҡарайтылған гипс) ижад итә. “Бабай” (1979, шамот), А.Д.Бурзянцевтың (1986, эзбизташ), М.Кәримдең (2006, тутыҡмай торған ҡорос, синтетик ыҫмала) портреттарында документаль аныҡлыҡ м‑н һынлау сағыу психологик характеристика м‑н яраша; ҡатын‑ҡыҙҙың лирик образдарында (“Дебют”, 2001, мәрмәр) нәзәкәтле тәбиғи хәрәкәттәр һәм мимика һалмаҡ пластика м‑н берләшә; портрет образдар ҡала көнкүреше һәм биҙәү мотивтарының нигеҙен тәшкил итә (“Балалар ихатала”, 1973, ҡарайтылған гипс; “Сәләмләү”, 2003, сүкелгән баҡыр). Сәнәғәт хеҙмәтсәндәренә (ҡара: Тарихи жанр), Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына (М.Ғ.Гәрәев бюсы, 1985, Өфө; Советтар Союзы геройҙарының 14 портрет скульптураһы серияһы, 1998, Бәләбәй р‑ны) арналған эштәр, сәйәси репрессия ҡорбандарына монумент (2000, Өфө) һ.б. авторы. 1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, “Мираҫ” картиналар галереяһы (Нефтекама ҡ.; ҡара: Һынлы сәнғәт галереялары), Милиция музейы коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Әҙәб.: Пространство и форма: выст. соврем. рос. скульптуры: каталог. Уфа, 2006; Выставка скульптурных проектов “В единстве семьи — единство нации”. Екатеринбург, 2008.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019